Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺЫРА ҠАЙНАТЫУ СӘНӘҒӘТЕ

Просмотров: 1031

ҺЫРА ҠАЙНАТЫУ СӘНӘҒӘТЕ, аҙыҡ‑тәм сәнәғәте тармағы. Башҡортостанда Өфө губ. 1867 й. сауҙагәр В.И.Видинеев (Романовская пустошь торама пункты) һәм 1879 й. Австрия подданныйы Г.И.Вольмут тарафынан һыра ҡайнатыу з‑дтары (Беренсе донъя һуғышына тиклем эшләй) төҙөлөүгә бәйле үҫешә башлай. 20 б. 20‑се йй. Александровка, Спас‑Сергиев, Мари, Берёзовка, Знаменка, Туғыҙтимер шарап ҡыуыу һәм һыра ҡайнатыу з‑дтары эшләй. 1922 й. Видинеев з‑ды базаһында Өфө һыра ҡайнатыу з‑ды асыла, яңыртылғандан һуң (1936) һыра (Вена, Пильзен, Мюнхен сорттары), кеүәҫ, емеш һыуы етештерә.

2004 й. тармаҡта 24 пр‑тие һәм производство, ш. иҫ. “Шихан”, “Рауш Биер”, була; аҙыҡ‑тәм сәнәғәте продукцияһы күләменең 29,8%‑ынан ашыуы Һ.ҡ.с. өлөшөнә тура килә; 1,5 меңдән ашыу кеше эшләгән. 1940 й. — 971 мең дал, 1960 й. — 1894, 1980 й. — 8592, 2000 й. — 12495, 2005 й. — 28321, 2007 й. — 48199 мең дал һыра етештерелгән. Респ. һыра етештереү кү­ләме б‑са РФ‑та 8‑се урынды биләй (2007). Продукцияһы БР‑ҙа, РФ‑та, Ҡаҙағстанда, Ҡырғыҙстанда, Молдавияла һатыла.

И.В.Лаврешина

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019