Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УРОМИЦЕС

Просмотров: 618

УРОМИЦЕС (Uromyces), тут бәшмәктәре төркөмө. 600‑гә яҡын бер һәм төрлө хужалы төрҙәре билдәле, киң таралған. Башҡортостанда бер нисә тиҫтә төрө бар. Башлыса ҡуҙаҡлылар (уредо- һәм телейтостадиялар) һәм һөтлөгән һымаҡтар (эцидиялар) ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәрҙә паразит булып йәшәйҙәр. Үҫеш циклы тулы һәм тулы булмаған бәшмәк. Пикниялары батынҡы, шар йәки бәләкәй фляга формаһында, перифиз өлпөһө (стериль гифтар) бар. Эцидиялары перидийлы (тышса). Уредоспоралары (тышсаһы ваҡ сәнскеләр менән ҡапланған) һаптарҙа урынлашҡан, ҡыҙғылт көрән төҫтә. Пустулаларҙан айырылып сыҡҡанда спора һабы менән бергә ысҡына. Телейтоспоралары бер күҙәнәкле. Телейтоспоралар туплау үҫемлектәрҙең зарарланған ағзаларында ҡара төҫтәге бәрхәт мендәрҙәр барлыҡҡа килтерә. Ауырыуҙың симптомдары — ҡыҙғылт көрән төҫтәге таптар йәки һыҙаттар. БР‑ҙа борсаҡ, клевер һәм люцерна туты иң зарарлылары булып һанала. Зарарланған үҫемлектәр аҙ уңыш бирә. У. ҡотолоу өсөн ҡуҙаҡлыларҙың ҡалдыҡтарындағы базидио- һәм телейтоспоралы тупраҡҡа коллоид көкөрт һибәләр, шулай уҡ уларҙың хужалары — ҡый үләндәре (мәҫәлән, һөтлөгән) менән көрәш һөҙөмтәле.

М.Ю.Шәрипова

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 16.02.2024
Связанные статьи: