Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ БУЙЫНСА БЕЛЕМ БИРЕҮ

Просмотров: 1331

АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ БУЙЫНСА БЕЛЕМ БИРЕҮ, ауыл хужалығы өлкәһендә урта һәм юғары квалификациялы белгестәр һәм квалификациялы эшселәр әҙерләү системаһы. Башҡортостанда а.х. белгестәре әҙерләүсе тәүге проф. уҡыу йорттары Өфө ир балалар гимназияһы эргәһендәге ер үлсәү-таксатор класы (1859—74) һәм Ер үлсәү училищеһы була. Башланғыс а.х. мәктәптәре т‑да положение (1883) һәм А.х. б‑са белем биреү т‑да положениеға (1904) ярашлы, ауыл хужалығы мәктәптәре һәм училищелары асыла башлай. Өфө губернаһында Биклән урман мәктәбе, Өфө йылҡы үрсетеү заводының ат һарайы эргәһендәге Өфө ветеринария-фельдшер мәктәбе (1890 й. нигеҙ һалына), Ляхов умартасылыҡ, баҡсасылыҡ һәм йәшелсәселек мәктәбе (1893), Берёзовка май, сыр яһау һәм малсылыҡ мәктәбе (Бөрө өйәҙе), Ключарёв йәшелсәселек һәм умартасылыҡ практика мәктәбе (ҡара: Йоматау аграр техникумы), Яңы Троицк земство мәктәбе эргәһендәге а.х. бүлексәһе һ.б. эшләй. Баҡсасылыҡ һәм йәшелсәселек нигеҙҙәре Арыҫлан, Байтур, Бирюбинск (Бөрө өйәҙе), Дмитриевка (Өфө өйәҙе) башланғыс уч‑щеларының уҡыу программаларына инә. Бөрө башҡа милләттәр өсөн уҡытыусылар мәктәбендә а.х. курсы индерелә. Ауыл һәм урман хужалығы техник эшселәрен ашығыс әҙерләү өсөн 1919 й. баҫыусылыҡ, урмансылыҡ, баҡсасылыҡ һәм умартасылыҡ курстары (ҡара: Урман хужалығы техникумы) асыла. 1930 й. Өфөлә БАХИ‑ға (ҡара: Аграр университет) нигеҙ һалына; ш. уҡ 1933—39 йй. Башҡ‑н юғары коммунистик а.х. мәктәбе эшләй. А.х.б.б.б. системаһы дөйөм, проф. һәм өҫтәмә белем биреүҙе үҙ эсенә ала. Дөйөм А.х.б.б.б. емеш-еләк һәм йәшелсә баҡсаһы, умарталығы булған урта дөйөм белем биреү мәктәптәрендә, гимназияларҙа, лицейҙарҙа, урта махсус уҡыу йорттарында тормошҡа ашырыла, бында уҡыусылар йәшелсәселек, баҡсасылыҡ, умартасылыҡ, малсылыҡ б‑са башланғыс а.х. белеме ала. А.х. б‑са юғары проф. белем биреү — БДАУ‑ҙа, урта белем биреү Аксёнов ауыл хужалығы техникумы, Баймаҡ ауыл хужалығы техникумы, Бәләбәй ауыл хужалығын механизациялау һәм электрлаштырыу техникумы, Дыуан аграр техникумы, Кушнаренко ауыл хужалығы техникумы, Мәләүез механика-технология техникумы, Стәрлетамаҡ ауыл хужалығы техникумында, ш. уҡ Өфө урман хужалығы техникумында алып барыла. 1930—2008 йй. 50 меңгә яҡын юғары белемле белгес, 130 меңдән ашыу урта махсус белемле кеше әҙерләнә. Киң а.х. һөнәрҙәре б‑са квалификациялы эшселәр әҙерләү башланғыс профессиональ белем биреү системаһында алып барыла; фәнни һәм пед. эш өсөн белгестәр әҙерләү — БДАУ аспирантураһы һәм докторантураһында, Ауыл хужалығы институтында. Өҫтәмә белемде 1966 й. башлап БАХИ‑ла алалар, унда етәксе а.х. кадрҙарының квалификацияһын күтәреү ф‑ты була; 1992 й. алып Башҡортостан агросәнәғәт комплексы кадрҙарын яңынан әҙерләүһәм уларҙың квалификацияһын күтәреү институты эшләй. 2007 й. БДАУ эргәһендә Өҫтәмә проф. белем биреү үҙәге ойошторола. А.х.б.б.б. үҫешенә А.М.Байков, Н.Р.Бәхтизин, Р.М.Бәширов, М.С.Ғөбәйҙуллин, М.Н.Ғүмәров, А.К.Ермолаев, К.Т.Маньков, В.Д.Недорезков, П.Д.Пшеничный, Г.С.Смородин, С.Н.Тайсинов, Й.А.Усманов, Х.В.Әйүпов һ.б. ҙур өлөш индерә.

Н.В.Буравцов

Тәрж. М.Н.Моратшина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019