Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АГРАР УНИВЕРСИТЕТ

Просмотров: 2159

АГРАР УНИВЕРСИТЕТ. 1930 й. Өфөлә Башҡ-н а.х. ин-ты булараҡ нигеҙ һалына. 1941—43 йй. Өфө р-ны Миловка а. урынлашҡан. 1993 й. алып Башҡорт дәүләт аграр университеты.

Ун-т составы: 9 ф-т (агрономия, аҙыҡ технологияһы, а.х. механизациялау, биол.-технология, ветеринария, ер төҙөлөшө һәм урман хужалығы, иҡт., мәғлүмәт технологиялары һәм идара итеү, энергетика), Сибай ҡ. Урал аръяғы филиалы (2005 й. нигеҙләнгән), китапхана; ветеринарияның консультация‑диагностика, ғилми-уҡытыу, уҡыу-ғилми, техник экспертиза, ветеринар-санитар экспертизаның ғилми- һәм уҡытыу-методик, “Ремонт. Тергеҙеү. Модернизация” инновацион ғилми‑производство үҙәктәре; өҫтәмә проф. белем биреү, инновацион үҫеш, тәбиғәтте рациональ файҙаланыу ин‑ттары, Мәғлүмәт технологиялары ҒТИ, 2 лаб., “Башдизель” ғилми-производство фирмаһы, типография, “Ҡайынҡай” спорт‑һауыҡтырыу лагеры, “Башаҡ” шифахана‑профилакторийы. БДАУ эргәһендә лицей ойошторолған (2002). Тамамлаусыларға белгес, бакалавр, магистр квалификацияһы бирелә. Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә 34 һөнәр һәм 24 йүнәлеш б‑са алып барыла. 24 һөнәр б‑са аспирантура, 5 һөнәр б‑са докторантура эшләй, докторлыҡ дисс. яҡлау б‑са 6 совет бар. Уҡытыусылар араһында 99 фән д-ры һәм 333 канд. (2011). Ун-т хеҙм‑рҙәре 780‑дән ашыу уйлап табыуға патент алған. 54,2 меңдән ашыу белгес әҙерләнгән. БР, РФ, Германия, Ҡаҙағстан, Монголия, Нидерланд, Төркмәнстан, Украина һ.б. ун‑ттары, аграр фирмалары һәм ойошмалары м‑н хеҙмәттәшлек итә. Ун-тта йыл һайын 100-ҙән ашыу уҡыу әсбабы, монография баҫылып сыға; “Вестник Башкирского государственного аграрного университета” (“Башҡорт дәүләт аграр университеты хәбәрҙәре”) ғилми ж., “Колос” (“Башаҡ”) гәз. нәшер ителә. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1980).

Ректорҙары: А.Ғ.Әсәҙуллин (1930 й. алып), М.М.Вахитов (1931 й. алып), М.Н.Ғүмәров (1933 й. алып), Ғ.А.Ғабдуллин (1937 й. алып), Л.И.Егоров (1938 й. алып), Т.Р.Ғәйнуллин (1939 й. алып), П.Д.Пшеничный (1941 й. алып), И.Г.Порошков (1942 й. алып), К.Ф.Рудько (1943 й. алып), Г.С.Смородин (1950 й. алып), А.К.Ермолаев (1951 й. алып), А.П.Соколов (1954 й. алып), Н.Р.Бәхтизин (1964 й. алып), А.М.Байков (1973 й. алып), О.И.Щепанский (1983 й. алып), Р.М.Бәширов (1988 й. алып), В.Д.Недорезков (1999 й. алып), И.Р.Ғимаев (2007 й. алып), И.И.Ғәбитов (2008 й. алып).

Әҙәб.: Бахтизин Н.Р., Богданова Р.А. Кузница сельскохозяйственных кадров. Уфа, 1972; Недорезков В.Д., Зиязетдинов Р.М. Башкирский государственный аграрный университет: история и современность. Уфа, 2000.

И.И.Ғәбитов

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 25.03.2024