Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АҠ ТОРНА

Просмотров: 816

АҠ ТОРНА (Grus leucogeranus), торна һымаҡтар отрядының торналар ғаиләһенә ҡараған ҡош. Оя ҡороусы 2 популяцияһы билдәле: Яҡутстандың төньяҡ‑көнсығышында урман-тундрала һәм тундрала, икенсеһе — Көнбайыш Себерҙә; Үҙәк Азияла, Һиндостанда һәм Иранда ҡышлай. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 120—140 см, ауырлығы 4,9—7,4 кг (ата ҡош ҙурыраҡ), ҡанатының ҡоласы 210—240 см. Ҡауырһын ҡапламы аҡ, ҡанатының осо ҡара; башының бер өлөшө һәм аяҡтары ҡыҙыл, суҡышы оҙон, ҡыҙғылт көрән. Муйыны, ҡанаты һәм аяғы оҙон. Ҡойроғо ҡыҫҡа. Моногам. Мүкле түңгәктәрҙә, бәләкәй утрауҙарҙа ҡоро үләндәрҙән оя ҡора. 1—5, йышыраҡ 2 ҡыҙғылт көрән таплы һарғылт йәшел йәки йәшкелт һары йомортҡа һала. Инә ҡош 28 көн баҫа. Көндөҙгө ҡош. Үҫемлек тамырһабаҡтары һәм үренделәре, бөжәктәр, ваҡ кимереүселәр менән туҡлана. Тундрала, урман-тундрала, һаҙлыҡта, ҙур күлдәр буйында йәшәй. Башҡортостанда һирәкләп күсеү ваҡытында 20 б. 20—30‑сы һәм 70—80‑се йй. осрай. Рәсәйҙә генә оялай. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Ә.Ф.Мәмәтов, М.Ғ.Миһранов

Тәрж. М.Н.Моратшина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.01.2023