Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АҠТАМЫР

Просмотров: 1172

АҠТАМЫР (Elytrigia), ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 30 төрө билдәле, ике ярымшарҙың субтропик һәм уртаса бүлкәттәрендә таралған.

Башҡортостанда 6 төрө үҫә: төклө А., тиле А., һырылыусан А. һ.б. Күп йыллыҡ оҙон тамырһабаҡлы йәки кәҫлектәр барлыҡҡа килтереүсе үлән. Һабағы төҙ, нәҙек, яланғас, шыма, бейеклеге 30—120 см. Япрағы төрөлгән, һирәгерәк яҫы, өҫтән — төклө йәки ҡытыршы, йәшел, аҫтан — шыма, күгелйем йәшел. Сәскәһе 2—10‑ар, ултырма башаҡҡа йыйылған, күсәрҙә ике рәт булып урынлашҡан. Башаҡ тәңкәһе ланцет йәки оҙонса ланцет формаһында, нигеҙендә — арҡыры уйым, аҙ ғына беленеп торған һеңерсәләр һәм һиҙелер‑һиҙелмәҫ киль м‑н; аҫҡы сәскә тәңкәһе ҡылсыҡлы йәки ҡылсыҡһыҙ. Июнь—июлдә сәскә ата. Емеше — бөртөксә, авг.—сент. өлгөрә. Респ. бөтә терр‑яһында тиерлек ҡырсынлы һәм ташлы далалы битләүҙәрҙә үҫә, бәҫле А. һәм БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына ингән уртансы А. башлыса Башҡортостандың Урал алдының көньяҡ өлөшөндә, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында һәм Башҡортостандың Урал аръяғында һирәкләп осрай. Аҡтамырҙың күп төрҙәре — ҡиммәтле мал аҙығы үҫемлектәре, ҡайһы берҙәре — ҡый үләндәре. Айырыуса һырылыусан А. (тамырһабаҡлы ҡыяҡлы үҫемлек) таралған, ул төрлө экологик шарттарҙа ҡалдауҙарҙа, йылғаларҙың һыубаҫар туғайҙарында үҫә, болондарҙың үҫемлектәр япмаһына инә, мал аҙығы үҫемлеге; а.х. малдары уны көтөүлектәрҙә һәм бесән м‑н ашай. Составында витаминдар, сапониндар, флавоноидтар бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Сәсеүлектәрҙә һырылыусан А. — ҡотолоуы ауыр булған тамырһабаҡлы ҡый үләне. Тамырһабаҡтан һәм орлоҡтан үрсей (күп һанлы үренделәре булған бер үҫемлек йәшәү һәләтен тупраҡта 12 йылға тиклем һаҡлаусы 10 меңләп орлоҡ бирә). Көрәш саралары: емеш-еләк-орлоҡ сәсеүәйләнешен үҙләштереү, ер эшкәртеү системаһын, гербицидтар ҡулланыу. Уртансы А. — мал аҙығы культураһы. 1000 орлоғоноң ауырлығы 4,8—6,5 г. Ҡышҡа һәм ҡоролоҡҡа сыҙамлы үҫемлек, үҫтереү өсөн аҙ татырлы, эрозияланған тупраҡ яраҡлы. Иртә сабылғандан һәм ашатылғандан һуң яҡшы үҫә. Төп элгәрҙәре: йәшел мал аҙығы өсөн бер йыллыҡ үләндәр, аралыҡ культуралары һәм ужым иген культуралары. Иртә яҙҙа ҡаплаусы культураларһыҙ (ҡара: Ҡаплам аҫтындағы сәсеүлектәр) сәселә. Орлоҡто сәсеү нормаһы (кг/га): рәт ысулы м‑н сәскәндә (мал аҙығына) — 18—20, киң рәтләп (орлоҡҡа) — 7—8, күмдереү тәрәнлеге — 2,0—2,5 см. Уртаса уңдырышлылығы (ц/га): йәшел масса — 300—330, бесән — 30—35, орлоҡ — 5—7; 100 кг бесәндә — 58,6 аҙыҡ берәмеге, 6,5 кг үҙләштерелеүсе протеин бар. А. битләүҙәрҙәге мал аҙығы ерҙәрен болонға әйләндереү, культуралы сабынлыҡтар һәм көтөүлектәр булдырыу өсөн ҡулланыла. Уртансы А. агротехникаһы һәм селекцияһы б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 1969 й. алып Ауыл хужалығы институтында (Х.Ғ.Ғөбәйҙуллин, Ғ.Ҡ.Зарипова, Р.С.Йәнекәев) алып барыла. Уртансы А. бөтә ауыл хужалығы зоналарында үҫтереү өсөн тәҡдим ителгән. Респ. селекционерҙары Уфимец сортын сығарған. БР б‑са ҡулланылышҡа Ростовский 31 сорты индерелгән.

Х.Ғ.Ғөбәйҙуллин, Ә.Х.Ғәлиева, Ғ.Ҡ.Зарипова, Р.С.Кирәев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019