Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АҠТАМЫРСЫҠ

Просмотров: 803

АҠТАМЫРСЫҠ (Elymus), ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 100 төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған.

Башҡортостанда 6 төрө үҫә. Йәйелеүсе ер аҫты үренделәре булмаған күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, шыма, бейеклеге 80—150 см тиклем. Япрағының киңлеге 3—12 мм, ҡыяҡ, яҫы, яланғас йәки һирәк төклө. Башаҡтары 1—3‑әр урынлашҡан, ғәҙәттә ултырма, ҡыяҡлы башаҡтарға (емешле ваҡытта ҡойолмаусы күсәр м‑н) йыйылған 3—5 сәскәле. Июнь—июлдә сәскә ата. Емеше — бөртөксә, авг. өлгөрә. Юл буйында, кеше йәшәгән урындарҙа үҫеүсе ситтән килтерелгән яңы англия А. мал аҙығы үҫемлеге булараҡ үҫтерелә. Эт А. респ. бөтә терр‑яһында тиерлек урмандарҙа, себер А. һирәкләп Башҡортостандың Урал аръяғында ташландыҡ ерҙәрҙә, урал А. Бүздәк, Ҡырмыҫҡалы, Мәләүез, Саҡмағош һ.б. р‑ндарҙың урманлы һәм ҡоро болондарында үҫә. Сүсле А. Ишембай, Өфө, Туймазы р‑ндары болондарында һәм аҡландарында, үҙгәреүсән А. һирәкләп Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының таулы болондарында осрай. БР‑ҙа сүсле һәм себер А. үҫтерелә. 1000 орлоғоноң ауырлығы 2,3—3,5 г. Сүсле А. тиҙ өлгөрөүсе, һыуыҡҡа, ҡоролоҡҡа, тупраҡтың татырланыуына сыҙамлы үҫемлек, сабылғандан һәм мал ашағандан һуң яҡшы үҫә. Себер А. — ҡоролоҡҡа һәм ҡышҡа сыҙамлы үҫемлек, уны үҫтереү өсөн эрозияланған тау битләүҙәре һәм татырлы тупраҡ яраҡлы. Төп элгәрҙәре: йәшел мал аҙығы өсөн бер йыллыҡ үләндәр, ужым иген культуралары һәм пар баҫыуҙары. Иртә яҙ сәселә. Орлоҡто сәсеү нормаһы (кг/га): рәт ысулы м‑н — 20—25, киң рәтләп — 16—18, үлән ҡатнашмаларында — 6—8; сәсеү тәрәнлеге 1,5—2,5 см. Сүсле А. уңдырышлылығы (ц/га): бесән — 35, орлоҡ — 3; себер А. ярашлы рәүештә 38 һәм 4; 100 кг сүсле А. бесәнендә 51,2 аҙыҡ берәмеге, 4,7 кг үҙләштерелеүсе протеин бар; себер А. — ярашлы рәүештә 61,0 һәм 9,2. Сабынлыҡтар һәм көтөүлектәр булдырғанда ҡулланыла. А. яңы сорттарын сығарыу б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 20 б. 70‑се йй. башлап Ауыл хужалығы институтында алып барыла (Ғ.Ҡ.Зарипова, Р.С.Йәнекәев һ.б.). Сүсле А. — бөтә ауыл хужалығы зоналарында, себер А. урман һәм урман-дала райондарында үҫтерелә. БР б‑са себер А. Аласный, Бурятский, Северный һ.б. сорттары ҡулланылышҡа индерелгән.

Ғ.Ҡ.Зарипова, Н.В.Маслова

Тәрж. М.Н.Моратшина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019