Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АСТРАГАЛ

Просмотров: 819

АСТРАГАЛ (Astragalus), ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 2000‑дән ашыу төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса һәм субтропик бүлкәттәрендә, башлыса ҡоро өлкәләрҙә таралған. Башҡортостанда 28 төрө үҫә. Күп йыллыҡ үләндәр һәм ярым ҡыуаҡсыҡтар, һирәгерәк ярым ҡыуаҡтар. Һабаҡтары тармаҡлы, насар үҫешкән түшәлеүсән йәки төҙ ағас һабаҡ, бейеклеге 15—120 см тиклем. Япраҡтары ҡатмарлы ҡауырһын һымаҡ, ҡайһы ваҡыт осло. Сәскәлеге — тәлгәш, тумалаҡ йәки башаҡ. Июнь—июлдә сәскә ата. Емеше — 2 ҡапҡаслы асылыусы ҡуҙаҡ, июль—августа өлгөрә. Далала һәм дала, урман‑дала зонаһы ҡаяларының асыҡ урынында австрий А., иҙел А., оҙонаяҡ А., сарепта А., таръяпраҡ А., йылҡыборсаҡ А., түңәрәк йемеш А. һ.б. таралған. Пермь А. Торатауҙа ғына осрай, Горчаковский А. Машаҡ һыртының ярым яланғас бүлкәтендә үҫә. Болондарҙа БР‑ҙың бөтә территорияһында дат А. таралған. Дымлы, тоҙло тупраҡлы болондарҙа ҡырлы А., дымлы болондарҙа һаҙ А., боҙолған болонло һәм рудераль бергәлектәрҙә ноҡот А. үҫә. Киң япраҡлы урманда һәм уларҙың ситендә һирәкләп татлы А. осрай. Краснокама районының ҡоро ҡарағай урманында, урман аҡландарында ҡомлоҡ А. табылған. А. күп төрҙәре — ҡиммәтле мал аҙығы үҫемлектәре. 9 төр эндемиктар (Гельм А., Карелин А., Пермь А. һ.б.). БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына 10 төр (һаҙ А., ҡомлоҡ А., украин А. һ.б.), шуларҙан Клер А. һәм Цингер А. шулай уҡ РФ‑тың Ҡыҙыл китабына индерелгән. 18 б. П.С.Паллас тарафынан Ирәмәл тауында билдәләнгән норвег А. юҡҡа сыҡҡан төрҙәргә инә.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. М.Н.Моратшина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 21.12.2022