Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АКСЁНОВ, Әлшәй р‑нындағы ауыл

Просмотров: 875

АКСЁНОВ, Әлшәй р‑нындағы ауыл, Аксёнов а/с үҙәге; т. юл станцияһы. Район үҙәгенән К.‑Көнб. табан 39 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 410 кеше; 1939 — 1208; 1959 — 2015; 1989 — 1147; 2002 — 1161; 2010 — 1047 кеше. Татарҙар, башҡорттар, урыҫтар, сыуаштар йәшәй (2002). А. “Аксаковнефть” НГДУ‑һының бүлеп биреү нефть базаһы, элеватор эшләй. Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, амбулатория, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 19 б. аҙ. Бәләбәй өйәҙендә Һамар—Златоуст (хәҙ. Куйбышев) т. юлының Кинәле—Өфө участкаһын төҙгән ваҡытта Аксёнов т. юл ст. ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 1976 й. алып ҡала тибындағы ҡасаба, 2005 й. ауыл статусын ала. В.Д.Голиков, И.В.Копейкин, В.И.Никонов ошо ауылда тыуған.

Р.Р.Аҫылғужин

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019