Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ОЛО АҠА, Мәсетле р‑нындағы ауыл

Просмотров: 739

ОЛО АҠА, Мәсетле р‑нындағы ауыл, Оло Аҡа а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 16 км һәм Красноуфимск т. юл ст. (Свердловск өлк.) К.‑Көнс. табан 92 км алыҫлыҡта Аҡа й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1908 й. — 2308 кеше; 1920 — 2584; 1939 — 1891; 1959 — 1612; 1989 — 1227; 2002 — 1201; 2010 — 1064 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Оло Аҡа урта мәктәбе, балалар баҡсаһы, участка дауаханаһы, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 1691 й., 1692 й. керҙәшлек килешеүҙәре б‑са Себер даруғаһы Ҡошсо улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә мишәрҙәр нигеҙ һала. 1758 й. алып бында типтәрҙәр килеп ултыра. Шулай уҡ Аҡа‑Түрә исеме м-н билдәле була. 1795 й. 620 кеше йәшәгән, 1869 й. 270 йортта — 1548 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, солоҡсолоҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 20 б. башында 5 мәсет, 4 мәктәп, урыҫ‑татар һәм урыҫ‑башҡ. мәктәптәре, ҡыҙ балалар мәҙрәсәһе теркәлгән; улус идараһы урынлашҡан, йәрминкәләр үткәрелгән. Элекке мәсет бинаһы (18 б. башы) — архитектура ҡомартҡыһы. Р.Ф.Абдрахманов, Бәхтейәр Ҡанҡаев ошо ауылда тыуған.

Әҙәб.: Д а в л е т б а е в Б.С. Большая Ока. История села. Уфа., 1992. 

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019