Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИМАҠОВ Таһир Ғилман улы

Просмотров: 1197

ИМАҠОВ Таһир Ғилман улы [26.10.1895, Ырымбур губернаһының шул уҡ исемле өйәҙе Ҡансыра а. (БР‑ҙың Көйөргәҙе районы) — 14.11.1937, Ырымбур ҡ.], Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. Хөсәйениә мәҙрәсәһен тамамлаған. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. Бөтә башҡорт ҡоролтайҙары делегаты. 1914—15 йй. Ырымбур һәм Джизак (Сәмәрҡәнд өлкәһе) ҡҡ. эшләй. 1917 й. декабренән алып Башҡорт хөкүмәте ағзаһы. 1918 й. ғинуар—февралендә Бөтә Рәсәй мосолмандары хәрби съезында (ҡара: Мосолман съездары) башҡ. делегацияһы етәксеһе. Марттан Башҡортостан Ваҡытлы революцион советы ағзаһы. Апрелдән алып Үҙәк мосолман комиссариатының башҡ. эштәре бүлеге мөдире, Өфө губерна татар‑башҡ. комиссариатының агитация бүлеге менән мөдирлек итә. Июлдә Ғ.Иркәбаев менән берлектә Бөрйән‑Түңгәүер кантонында башҡ. ирекле отрядын ойоштороу менән шөғөлләнә. Октябрҙән башлап Ғ.С.Иҙелбаев исемендәге 2‑се башҡ. кавалерия полкының 1‑се эскадронына командалыҡ итә. 1919 й. февралендә Бөтә башҡорт хәрби съезында ҡатнаша, 26 февралдән алып Башҡ. республика эске эштәр һәм милләттәр комиссары вазифаһын башҡара. Майҙа РККА‑ның Беренсе армияһы Ревтрибуналына Башҡортостан хәрби-революцион комитеты вәкиле итеп ебәрелә. 1919 й. авгусында Ә.Ә.Вәлидов менән берлектә Башҡорт айырым кавалерия бригадаһының Ҡыҙыл армия яғына сығыуын ойоштороуҙа ҡатнаша. 1920 й. ғинуары башынан Башҡортостан ғәҙәттән тыш комиссияһы рәйесе. 16 ғинуарҙа эштән ситләтелә. Марттан Башревком рәйесе вазифаһын башҡара. РСФСР Бөтә Рәсәй ҮБК һәм ХКС менән РСФСР составындағы АСБР‑ҙың (ҡара: Автономиялы Совет Башҡорт Республикаһының дәүләт ҡоролошо тураһында) юридик статусы тураһындағы фекер айырымлыҡтары һөҙөмтәһендә, 16 июндә Башревкомдың башҡа ағзалары менән бергә “коллектив отставкаға” китә. 1920 й. дек. БашҮБК вәкилдәре составына индерелә. Артабан БАССР‑ҙың Юстиция ХК аппаратында, 1935 й. алып СССР Дәүләт банкыһының Ырымбур бүлегендә эшләй. Репрессиялана (1937), атыла. 1960 й. аҡлана. И. исеме менән тыуған ауылындағы урам аталған.

 Әҙәб.: Я р м у л л и н А.Ш. Автономиялы Башҡортостан байрағы аҫтында. Өфө, 2009.

М.М.Ҡолшәрипов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 04.04.2023