Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КАШИРИН Иван Дмитриевич

Просмотров: 1499

КАШИРИН Иван Дмитриевич [3.1.1890, Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе Форштадт ҡсб (Силәбе өлкәһе Верхнеурал районы) — 20.9.1937, Мәскәү ҡ.], дәүләт һәм хәрби эшмәкәр. Н.Д.Кашириндың ҡустыһы. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. Ырымбур казак хәрби училищеһын тамамлаған (1910). 1911 й. алып рус армияһында, подъяҫауыл (1917); 1918—20 йй. Ҡыҙыл армияла. А.И.Дутов етәкселегендә Ырымбур казак ғәскәре сығышын баҫтырыуҙа һәм Йыйылма Урал отряды походында (июлдә отряд командиры) ҡатнаша. Сентябрҙә Көнсығыш фронттың 3‑сө армияһы 30‑сы (1919 й. тиклем 4‑се Урал) уҡсылар дивизияһы 2‑се уҡсылар бригадаһы, 1919 й. март—авгусында Көнсығыш фронттың Көньяҡ армиялар төркөмө Айырым казак бригадаһы командиры. 1920 й. март—июлендә Верхнеурал ҡала советы башҡарма комитеты рәйесе. 20—30‑сы йй. СССР Эске эштәр ХК һәм Урман сәнәғәте ХК органдарында хеҙмәт итә. Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнгән (1925). Репрессиялана (1937), атыла. 1957 й. аҡлана. К. исеме Бәләбәй ҡ. һәм БР‑ҙың башҡа төбәктәрендәге урамдарға бирелгән.

  Әҫәрҙ.: Последний решающий удар //Легендарный рейд: сб. воспоминаний. М., 1959.

  Әҙәб.: А п р е л к о в А. Красные атаманы Н.Д.Каширин и И.Д.Каширин //Солдаты Октября. Челябинск, 1988.

И.Ф.Плотников

Тәрж. М.Х.Хужин

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 03.03.2023