Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХӘРБИ КОМИССАРИАТ

Просмотров: 1335

ХӘРБИ КОМИССАРИАТ, РФ Оборона министрлығының БР‑ҙағы территориаль органы. 1919 й. февралендә Башҡ. республикаһының Ваҡытлы революцион комитеты (ҡара: Башҡортостан хәрби‑революцион комитеты) тарафынан Орск өйәҙе Темәс а. Башҡ. республикаһының Х.к. булараҡ ойошторола; 1920 й. алып БАССР‑ҙың хәрби эштәр буйынса ХК, 1925 й. башлап БАССР Мобилизация округы идаралығы, 1938 й. — БАССР Х.к., 1990 й. — БССР Х.к., 1992 й. — БР Х.к. 1919 й. апреленән Саранск ҡ., авгусынан Стәрлетамаҡ ҡ.; 1922 й. июленән Өфө ҡ. урынлашҡан [ғәмәлдән сығарылған Өфө губерна хәрби эштәр буйынса комиссариаттың эштәрен ҡабул иткән (1918—22)].

  Х.к. мобилизация һәм иҫәп‑хәрби хеҙмәткә саҡырыу эштәрен алып бара, транспорт һ.б. матди сараларҙың техник торошон тикшерә; хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе, ветерандарҙы һәм уларҙың ғаиләләрен социаль‑хоҡуҡи яҡлау менән шөғөлләнә. РФ Ҡораллы көстәренең Генераль штабы хәрби округ аша Х.к. эшмәкәрлегенә дөйөм етәкселек итә һәм контролдә тота. БР хәрби комиссары (Волга буйы‑Урал хәрби округы командующийына буйһона) етәкселек итә. Х.к. составына мобилизация; хәрби хеҙмәткә саҡырыу; кадрҙар һәм запастағы офицерҙар иҫәбен алып барыу; прапорщиктар, старшиналар, сержанттар һәм запастағы рядовойҙар иҫәбен алып барыу; финанс һәм социаль тәьминәт бүлектәре, шулай уҡ хәрби‑табип комиссияһы, административ‑хужалыҡ бүлеге, әхлаҡи‑сәйәси һәм мәғлүмәт бүлеге, йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе, элемтә узелы һ.б. бүлексәләр һәм хеҙмәттәр инә.

  Өфө губерна хәрби эштәр буйынса комиссарҙар: А.К.Евлампиев (1918), С.Ф.Докман (1919), Потеряхин (1920—21), Григорьев (1921), Калитов (1921—22); хәрби эштәр буйынса билдәле халыҡ комиссарҙары: Ә.Ә.Вәлидов (1919 й. февраленән), А.М.Ахлов (1920 й. июненән), М.Л.Мортазин (1920 й. декабренән), Ә.Х.Тереғолов (1921—23); хәрби комиссарҙар: полковниктар Л.А.Морат (1930 й. алып), К.С.Фёдоров (1934 й. алып), 1‑се ранг интенданты Соловьёв (1939 й. алып), полковник Спорынин (1940 й. алып), полк комиссары И.Е.Грицов (1941 й. алып), батальон комиссары Назаров (1942 й. мартынан), полковник Я.Х.Хабибуллин (1942 й. октябренән), полковниктар И.М.Агапитов (1943 й. алып), А.Г.Кудрявцев (1948 й. алып), И.А.Морозов (1952 й. алып), С.П.Петров (1953 й. алып), П.Л.Рогалёв (1959 й. алып), полковник, 1969 й. алып генерал‑майор Т.Т.Күсемов (1963 й. алып), генерал‑майор П.А.Шапошников (1969 й. алып), генерал‑майор А.А.Бойко (1976 й. алып), генерал‑майор В.И.Трофимов (1989 й. алып), полковник, 2003 й. башлап генерал‑майор Т.М.Азаров (2001 й. алып), полковниктар И.Ә.Баһаутдинов (2008 й. алып), А.Е.Балтинский (2011 й. алып), И.М.Харченко (2016 й. алып), М.А.Блажевич (2020 й. алып).

  Әҙәб.: Бикмеев М.А. История военного комиссариата Республики Башкортостан. Уфа, 1998; шул уҡ. Военные комиссары Башкортостана: монография. Уфа, 2013; 90 лет на службе Отечеству. Военный комиссариат Республики Башкортостан. Уфа, 2007.

М.Ә.Бикмәев

Тәрж. М.Х.Хужин 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 31.08.2022