Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АҒИҘЕЛ АFАС ЭШКӘРТЕҮ КОМБИНАТЫ, ААЙ

Просмотров: 1173

АҒИҘЕЛ АFАС ЭШКӘРТЕҮ КОМБИНАТЫ, АЙ. Өфө ҡ. урынлашҡан. Составына ағас конструкциялар, ишек, тәҙрә блоктары етештереү цехтары инә. 2021 й. 40‑тан ашыу кеше эшләгән. Ағас-таҡта, тәҙрә, ишек блоктары, йыйылма-кәртәле баҡса йорттары етештерә. Продукцияһы БР‑ҙа һатыла.

 1942 й. 6‑сы төҙөлөш контораһы эргәһендәге ағас эшкәртеү участкаһы булараҡ нигеҙ һалына. 1957 й. алып Башнефтезаводстрой тресы составында, 1959 й. — БАССР‑ҙың Төҙөлөш буйынса баш идаралығының таҡта ярыу һәм ағас эшкәртеү контораһы, 1968 й. —Башстройдеталь ПБ составындағы А.а.э.к., 1994 й. башлап ААЙ, 2019 й. — хәҙерге статусын ала. Предприятие менән А.Ф.Сидоренко һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Тәрж. Р.Х.Сәғитов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 06.09.2023
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: