Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАҘЫТАМАҠ, Илеш р‑нындағы ауыл

Просмотров: 965

БАҘЫТАМАҠ, Илеш р‑нындағы ауыл, Баҙытамаҡ а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 35 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 142 км алыҫлыҡта Баҙы й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1033 кеше; 1920 — 1139; 1939 — 1066; 1959 — 965; 1989 — 728; 2002 — 718; 2010 — 666 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы  Йылан улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1676 й. керҙәшлек килешеүе б‑са типтәрҙәр нигеҙ һала. 1795 й. 200 кеше йәшәгән, 1865 й. 95 йортта — 516 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, тоҡ тегеү м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. ш. уҡ мәҙрәсә, һыу тирмәне, мануфактура кибете теркәлгән. Ш.Н.Әхәтов ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019