Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВАКУУМЛЫ ИОНЛЫ-ПЛАЗМАЛЫ ТЕХНОЛОГИЯЛАР

Просмотров: 1459

ВАКУУМЛЫ ИОНЛЫ-ПЛАЗМАЛЫ ТЕХНОЛОГИЯЛАР, төрлө материалдарҙан (металл, быяла, пластмасса һ.б.) яһалған деталдәрҙең өҫкө йөҙөн иондар шәлкемен, төрлө тығыҙлыҡтағы һәм энергиялы плазма ағымдарын файҙаланып вакуум ярҙамында эшкәртеү ысулдары йыйылмаһы. Өҫкө йөҙ ҡатламының химик составын үҙгәртеү (ионлы азотлау, ионлы-имплантациялы легирлау, ионлы ҡатырыу), дефекттарын бөтөрөү (быҫҡыусы разряд, иондар шәлкеме м‑н таҙартыу), өҫтөн ҡаплау өсөн ҡулланыла. Башҡортостанда В.и.‑п.т. өлкәһендә тикшеренеүҙәр 20 б. 90‑сы йй. ӨДАТУ‑ла башлана (В.В.Будилов, В.С.Мухин, А.М.Смыслов һ.б.). Ионлы имплантация һәм быҫҡыусы разряд м‑н эшкәртеү — ӨМЭПБ‑ла газ турбиналы двигателдәрҙең көрәксәләрен яһағанда, быҫҡыусы разряд м‑н эшкәртеү “Гидравлика” пр‑тиеһында тутыҡмай торған ҡоростан эшләнгән һығылмалы үткәргес торбаларҙың осондағы арматураларҙы етештергәндә һәм ӨАПБ‑ла тоҡандырыу шәмдәрен яһаған ваҡытта файҙаланыла. Шулай уҡ ҡара: Вакуум ҡулайламаһы.

Әҙәб.: Будилов В.В., Иванов В.Ю., Мухин В.С. Интегрированные вакуумные ионно-плазменные технологии обработки деталей газотурбинных двигателей: физические основы, моделирование и проектирование. 2-е изд., перераб. Уфа, 2004; Будилов В.В., Мухин В.С., Шехтман С.Р. Нанотехнологии обработки поверхности деталей на основе вакуумных ионно-плазменных методов: физические основы и технические решения. М., 2008.

В.В.Будилов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019