Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БУРЛЫ, Ғафури р‑нындағы ауыл

Просмотров: 824

БУРЛЫ, Ғафури р‑нындағы ауыл, Бурлы а/ с үҙәге. Район үҙәгенән Т. 31 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 30 км алыҫлыҡта Бурлы й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 902 кеше; 1920 — 1254; 1939 — 1098; 1959 — 966; 1989 — 591; 2002 — 551; 2010 — 539 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 18 б. 2‑се ярт. Нуғай даруғаһы Кесе Табын улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе б‑са ш. уҡ даруғаның Баҡралы а. (хәҙ. Архангел р‑ны Ырныҡшы а.) типтәрҙәре нигеҙ һала. 1799 й. бында ш. уҡ шарттарҙа мишәрҙәр килеп урынлаша. Шулай уҡ Татыр исеме м‑н билдәле булған. 1865 й. 90 йортта 390 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, 2 училище, 3 һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, тимерлек, мануфактура һәм 3 бакалея кибете теркәлгән; улус идараһы урынлашҡан. Ф.Ф.Мәғәфүрова, Ә.М.Сафин, Ф.А.Яҡупов ошо ауылда тыуған.

Ғ.Ш.Шәйәхмәтов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Ю.Ғәримов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019