Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДИНИ КИТАПТАР

Просмотров: 1434

ДИНИ КИТАПТАР, дини йолаларҙы башҡарыу ҡағиҙәләре һәм тәртибе һүрәтләнгән дини баҫмалар, ш. уҡ улар өсөн яҙылған текстар. Айырыуса православие динендә күп. Ҡайһы бер Д.к. православие ҡорамдарында йәмәғәтселек м‑н ғибәҙәт ҡылыу (вечерня, утреня, часы, литургия), ҡайһылары мәхәллә кешеләренең шәхси үтенесе б‑са (треб) йола башҡарыу (суҡындырыу, никах, йыназа уҡыу) өсөн тәғәйенләнгән. Уларҙың бөтәһендә лә Библия китаптары ҡулланыла: Инжил (өҫтәл Инжилы, ғибәҙәт башҡарыу Инжилы), Апостол, Псалтирь. Йәмәғәтселек м‑н ғибәҙәт ҡылыу өсөн ш. уҡ Служебник, Чиновник, Часослов, Октоих, йәки Осмогласник, Дөйөм һәм Айлыҡ Минеялар, Пост һәм Төҫ Триодтары, Ирмологион, Типикон, йәки Устав; айырым кешеләр өсөн — Требник, Последование молебных пений, Акафистник, Каноник һ.б.

Исламда Д.к. төп сығанаҡтары — Ҡөрьән һәм Сөннә. Ғибәҙәт ҡылғанда айырым сүрәләр, аяттар һәм хәҙистәр м‑н бер рәттән тотош Ҡөрьән тексы ла уҡыла (Ҡөрьән сығыу), мәҫ., Рамаҙан айында, мәрхүмдең ҡырҡын үткәргәндә. Урал-Волга буйы (ш. иҫ. Башҡортостан) мосолмандары араһында З.Х.Рәсүлевтең «Нәҡшбәндиә суфыйсылыҡ тәриҡәте мөриттәренә аңлау тейешле илаһи хәҡиҡәттәр, мәдхиә [Аллаға] һәм “салауат” доғалары» (ғәр. 1899; урыҫса 2001), С.Н.Бикбулатовтың “Дин дәрестәре” (1917; татарса), Ғ.З.Рәсүлевтең “Ислам дине” (1945), Ш.Ш.Хыялетдиновтың “Дин Ислам” (1957) исемле йола башҡарыу әсбаптары айырыуса киң ҡулланыла. Әл‑Паравайҙың “Хотбәлек нәмунәсе” (1907; “Вәғәз өлгөләре”), Ш.Хәмидиҙең “Һевамигүл хитаб. Ғәрәби‑төрки вәғәздәр, васыятнамәләр, һебәйнамәләр” (1909; “Сығыштар йыйынтығы. Ғәрәпсә‑төркисә вәғәздәр, васыяттар, бүләктәр”), Н.Сөләймәниҙең “Төрки хөтбәләр” (1909—11; “Төрки вәғәздәр”), Й.Т.Абыҙгилдиндең “Вәғәздәр” (1918; татарса) һ.б. йыйынтыҡтар ҙа дини әҙәбиәт иҫәбенә инә.

Н.П.Зимина, Р.Үтәбай-Кәрими

Тәрж.Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: