Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АБРАЙ, Шишмә р‑нындағы ауыл

Просмотров: 846

АБРАЙ, Шишмә р‑нындағы ауыл, Сыуалкип а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 34 км һәм Шөңгәккүл т. юл ст. Көнс. табан 17 км алыҫлыҡта Киҙәк й. (Өршәк й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1284 кеше; 1920 — 1304; 1939 — 982; 1959 — 683; 1989 — 384; 2002 — 327; 2010 — 320 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Ҡырҡ-Өйлө‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе б‑са мишәрҙәр нигеҙ һала, 1736 й. билдәле. 1759 й. тиклем ш. уҡ шарттарҙа яһаҡлы татарҙар (һуңынан улар типтәрҙәр ҡатламына күскән) килеп урынлашҡан. Шулай уҡ Ибрай исеме м‑н билдәле булған. 1795 й. 134 кеше йәшәгән, 1865 й. 114 йортта — 625 кеше. Игенселек, умарт‑ҡ, сабата үреү м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, һыу тирмәне булған. 1906 й. 2 бакалея кибете теркәлгән; улус идараһы урынлашҡан.

Тәрж. Ю.Ғәримов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019