Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БЫСРАТЫУСЫЛАРҘЫҢ БИОАККУМУЛЯЦИЯҺЫ

Просмотров: 1130

БЫСРАТЫУСЫЛАРҘЫҢ БИОАККУМУЛЯЦИЯҺЫ, тере организмда тирә‑яҡ мөхиттән килгән бысратыусы матдәләрҙең йыйылыуы. Бысратыусылар организмға тире ҡатламы, тын алыу ағзалары һәм аш һеңдереү юлы аша эләгә. Һәр бер киләһе трофик баҫҡыста организмдағы бысратыусы матдә концентрацияһы арта бара. Бысратыусылар араһында бигерәк тә ауыр металдар һәм диоксиндар хәүефле (ҡара: Тирә‑яҡ мөхитте бысратыу). Мөхиттәге бысратыусыларҙың сағыштырма концентрацияһы айырыуса типик биоаккумулятор булған ылымыҡтарҙағы (көрән, ҡыҙыл, йәшел), хайуандарҙағы (балыҡтар, ҡабырсаҡлы ҡусҡарҙар, ҡорһағаяҡлылар, ҡыҫала һымаҡтар, полихеттар) токсикант миҡдары б‑са билдәләнә. Башҡортостанда Б.б. б‑са тикшеренеүҙәр 20 б. 80‑се йй. Өфө гигиена һәм һөнәри ауырыуҙар ҒТИ‑нда (ҡара: Хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы институты) башлана. Л.М.Карамова, Н.И.Симонова һ.б. биол. мөхиттең экотоксиканттар м‑н бысраныуын асыҡлай. 90‑сы йй. башынан Экология үҙәгендә диоксиндарҙың әсә һөтөндәге, аҙыҡтағы миҡдары; уларҙың ҡоро ер моллюскылары организмында йыйылыуы б‑са анализдар эшләнә (Э.А.Круглов, Н.Г.Ҡурамшина, З.Ҡ.Әмирова). Аграр университетта селәүсендәрҙә, моллюскыларҙа, балыҡтарҙа, а.х. малында баҡыр, кадмий, ҡурғаш, цинктың биоаккумуляцияһы өйрәнелә (Ҡурамшина, Э.М.Ҡурамшин). Шулай уҡ ҡара: Биологик индикация, Экологик мониторинг.

Әҙәб.: Курамшина Н.Г., Курамшин Э.М., Вахитов В.А. Экологический мониторинг тяжёлых металлов //Комплексная система биологического мониторинга природных сред Башкортостана. М., 1997; Курамшина Н.Г., Курамшин Э.М., Майстренко В.Н. Применение наземных моллюсков для оценки загрязнения территории г.Уфы тяжёлыми металлами //Медицина труда и промышленная экология. 1997. №12.

Н.Г.Ҡурамшина

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019