Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БИОЛОГИК ИНДИКАЦИЯ

Просмотров: 1213

БИОЛОГИК ИНДИКАЦИЯ, биоиндикация, биоиндикаторҙар (бөтә ойоштороу кимәлдәрендәге биол. объекттар) ҡулланыу ярҙамында тирә‑яҡ мөхиттең экологик торошон интеграль баһалау ысулы. Актив һәм пассив Б.и. айырыла. Пассив Б.и. оҙайлы һәм масштаблы процестарҙың ретроспектив экологик мониторингын (хайуандарҙы, үҫемлектәрҙе һ.б. күҙәтеү) тормошҡа ашырырға мөмкинлек бирә, актив Б.и. — урындағы кимәл объекттарыныҡын (трансплантацион лихеноиндикация, балыҡтарҙа ҡылыҡ тестары, микросомаль ферменттарҙың активлыҡ индукцияһы). Башҡортостанда Б.и. б‑са тикшеренеүҙәр 20 б. 80‑се йй. башлап алып барыла. Башҡорт дәүләт университеты ғалимдары (Ф.Б.Шкундина) Ағиҙел й., Асылыкүл, Ҡандракүл фитопланктонында ылымыҡ‑биоиндикаторҙарҙы (оҙонса анкистродесмус, Коршиков динобрионы, Скворцов кокконеисы һ.б.) асыҡлай; фитопланктон үҫешенең һан һәм сифат күрһәткестәре б‑са респ. һыу ятҡылыҡтарының торошон баһалай. Тәбиғи экосистемаларҙың ерлек торошон сағылдырған респ. төрлө типтағы тупраҡ ылымыҡтары өйрәнелә (И.Е.Дубовик, Г.Ғ.Ҡужәхмәтов). Йәшәйеш хәүефһеҙлеге институтында, Аграр университетта (Н.Г.Ҡурамшина, А.Д.Нәзиров) һәм Нефть техник университетында (Э.М.Ҡурамшин) техноген зоналарҙа (Салауат, Стәрлетамаҡ, Өфө һ.б. ҡҡ.), селәүсендәрҙе һәм ер өҫтө моллюскыларын ҡулланып, ағыулы матдәләрҙең Б.и. ысулы эшләнә. Биология институтында тупраҡты диагностикалауҙың ферментатив ысулдары уйлап табыла: ферменттарҙың (инвертаза, протеаза, дегидрогеназа) активлығы б‑са тупраҡтың уңдырышлылығы кимәленә, эрозия һәм техноген бысраныуҙар тәьҫире һөҙөмтәһендә уларҙың деградация кимәленә, агротехника эффективлығына характеристика бирелә (Ф.Х.Хәзиев). Педагогия университетында тупраҡ һәм ҡар япмаларының бысраныу характерына һәм кимәленә баһа биреү; сәнәғәт өйөмдәренең техноген субстраттарының, гербицидтарҙың һәм а.х. ҡулланылған башҡа препараттарҙың ағыулылығын асыҡлау өсөн ҡулланылыусы микроскопик ылымыҡтар (зәңгәрһыу йәшел, һарғылт йәшел һәм диатом) өйрәнелә (Р.Р.Кәбиров). Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһында һыу бөрсәләрен ҡулланыу ярҙамында Стәрлетамаҡ ҡ. бысраҡ сәнәғәт һыуҙары һәм тупраҡ япмаһы Б.и. б‑са тикшеренеүҙәр алып барыла (Б.Ю.Чаус). Шулай уҡ ҡара: Бысратыусыларҙың биоаккумуляцияһы.

Н.Г.Ҡурамшина

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019