Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БИОНИКА

Просмотров: 953

БИОНИКА (гр. bion — тере, тормош), техник кибернетиканың тере организмдарҙың төҙөлөш, йәшәү һәм камиллашыу принциптарын техникала файҙаланыу мөмкинлектәрен өйрәнеүсе йүнәлеше. Эксперименталь (оҡшашлыҡ нигеҙендә камиллыҡтары б‑са тере системалар м‑н сағыштырмалы булған яңы технологик процестар һәм ҡорамалдар уйлап сығарыу маҡсатында биол. системаларҙың төҙөлөшөн, функцияларын һәм идара ителеүен өйрәнә), теоретик (ҡара: Математик модель әҙерләү) һәм техник (матем. моделдәрҙе бойомға ашырыу, яңы техник системалар булдырыу) Б. бүлеп йөрөтәләр. Башҡортостанда Б. 20 б. 70‑се йй. алып В.И.Васильев, Б.Ғ.Ильясов, Г.Г.Куликов етәкс. Авиация техник университетында үҫешә (роботлаштырыу, яһалма нейрон селтәрҙәр, генетик алгоритмдар). 1984 й. техник кибернетика каф. эргәһендә вуз-ара техник күреүҙең оптоэлектрон компьютерлы үлсәү системалары лаб. (етәксеһе Р.М.Ғәлиуллин) асыла. Лаб. хеҙм‑рҙәре авиатөҙөлөш, машиналар эшләү, транспорт пр‑тиелары өсөн ҡатмарлы геом. формалы объекттарҙың сифатын һәм техник торошон юғары аныҡлыҡ м‑н тикшереү системаларын уйлап таба, улар Ҡазан моторҙар эшләү ПБ‑нда индерелә. 1988 й. ӨАИ һәм БДМИ ғалимдары биол. һәм биотехник системалар моделен яһау лаб. аса (етәксеһе Л.М.Бакусов һәм Р.В.Насиров), унда биоэнергетика, биомеханика б‑са тикшеренеүҙәр алып барыла, теш-яңаҡ системаһын диагностикалау алымдары һәм ҡоролмалары, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһының моделен яһау һәм мониторингын алып барыу алгоритмдары һәм программалары эшләнә.

Әҙәб.: Бакусов Л.М. Некоторые модели и методы волновой гемодинамики. Уфа, 1992.

Л.М.Бакусов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019