Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АНТИЦИКЛОН

Просмотров: 953

АНТИЦИКЛОН (анти... һәм циклон), үҙәктән периферияға табан яйлап түбәнәйә барған юғары атмосфера баҫымы өлкәһе. Төньяҡ ярымшарҙа һауа сәғәт уғы ыңғайына хәрәкәт итә (һүрәт), Көньяҡ ярымшарҙа — сәғәт уғына ҡаршы һәм шул уҡ ваҡытта үҙәк өҫтөнә төшә, был ваҡытта һауа динамик рәүештә йылына һәм туйыныу хәленән сыға, ҡоро, аяҙ һәм елһеҙ һауа торошо урынлаша. А. хәрәкәте бер нисә тәүлектән бер нисә аҙнаға тиклем һуҙыла. А. аралаш (циклоник серияның циклондары араһында) һәм йомғаҡлау (циклоник сериялар араһында) төрҙәренә бүленә. А., көнбайыштан көнсығышҡа 30—40 км/сәғ тиҙлеге менән күсеп, түбән киңлектәргә тайпыла һәм, көнбайыштан күскән һауа массаларын ҡамап, һүлпәнәйә. Йылдың һалҡын ваҡытында һәм төнгө сәғәттәрҙә температура инверсияһы булыуы, йылы ваҡытта өйкөм болоттар барлыҡҡа килеүе мөмкин. Ҡышын Башҡортостан территорияһы һалҡын материк өҫтөндә формалашыусы Азия А. (уртаса айлыҡ дауамы 15—17 көн) йоғонтоһо аҫтында була. Йәйен республика территорияһында Атлантик океан өҫтөндә барлыҡҡа килеүсе Азор А. армыты тарала. Айырым йылдарҙа Азор А., Рәсәйҙең эске райондарына, шул уҡ ваҡытта БР территорияһына ла үтеп инеп, ҡоролоҡҡа килтерә.

Ф.Ш.Килмәтова

Тәрж. З.Б.Латипова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 06.03.2024