Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АГРОСӘНӘҒӘТ РАЙОНДАРЫ

Просмотров: 1485

АГРОСӘНӘҒӘТ РАЙОНДАРЫ, төбәктең тәбиғи-иҡт. күрһәткестәренең бер төрлөлөгөнә ярашлы төркөмләнгән адм. эске системалар йыйылмаһы. Агросәнәғәт районлаштырыуы агросәнәғәт интеграцияһы процестарын үҫтереү һәм тәрәнәйтеү маҡсатында эшләнә; тәбиғи-иҡт. шарттарҙы һәм ресурстарҙы тулыраҡ һәм урынлы файҙаланыуға булышлыҡ итә. А.р. үҙ эсенә административ район төркөмдәрен алған агросәнәғәт микрорайондарынан тора. БР‑ҙа районлаштырыу 1962—69 йй. СССР ФА БФ‑ның Иҡт. тикшеренеүҙәр бүлеге тарафынан респ. адм. картаһын ауыл хужалығы зоналары һәм иҡт. төбәктәр селтәренә һалыу юлы м‑н башҡарыла (ҡара: 1‑се табл.).

А.р. формалаштырыу 19 параметр б‑са эшләнә: климат (актив т‑ралар суммаһы, продуктив дым м‑н тәьмин ителгәнлек һ.б.), ер (тупраҡтағы серетмә миҡдары, ауыл хужалығы ерҙәренең һөрөлгәнлеге, уртаса йыллыҡ эшсегә тура килгән а.х. ерҙәре майҙаны, машиналар файҙаланыуҙа һөрөү һәм һөрмәү шарттары коэф. һ.б.), иҡт. (фондтар м‑н тәьмин ителгәнлек, а.х. ерҙәренең майҙан берәмегенә производство сығымдары, тауар продукцияһы сығышы, тауар продукцияһының дөйөм күләмендә һатыу күләме һ.б.) (ҡара: 2‑се табл.).

Сусҡасылыҡ, ҡошсолоҡ, йәшелсәселек һәм картуфсылыҡ үҫеш алған Төньяҡ А.р. хужалыҡтары һыйырсылыҡ һәм игенселеккә махсуслаша. Төньяҡ‑Көнбайыш микрорайонда ит-һөт йүнәлешле һыйырсылыҡ үҫешкән; Төньяҡ-Көнсығыш микрорайон хужалыҡтарында, эш м‑н тәьмин итеү түбән булғанлыҡтан, үҫемлекселектең күп хеҙмәт талап иткән тармаҡтары үҫешмәгән, тауар продукцияһы структураһында ҙур өлөштө (76,4%) малсылыҡ тармаҡтары алып тора; Өфө ҡала яны микрорайоны а.х. һыйырсылыҡ, йәшелсәселек, ҡошсолоҡҡа махсуслаша, күп күләмдә тауар игене етештерелә. Көнбайыш А.р. өсөн һыйырсылыҡ һәм игенселеккә махсуслашыу хас, сусҡасылыҡ һәм шәкәр сөгөлдөрө етештереү алға киткән. Дүртөйлө шәкәр сөгөлдөрө микрорайоны хужалыҡтарында ш. уҡ һарыҡсылыҡ һәм картуфсылыҡ, Шишмәлә — ҡошсолоҡ үҫешкән. Көньяҡ-Көнбайыш А.р. хужалыҡтары һыйырсылыҡ һәм игенселеккә махсуслаша; бында сөгөлдөрсөлөк, сусҡасылыҡ, ҡошсолоҡ, һарыҡсылыҡ һәм көнбағыш етештереү үҫешкән. Урал А.р. хужалыҡтары һыйырсылыҡ һәм игенселеккә махсуслашыуы м‑н айырыла. Таулы Урал микрорайонында йылҡысылыҡ һәм картуфсылыҡ, Көнсығыш Урал микрорайонында һарыҡсылыҡ үҫеш алған.

Әҙәб.: Зуфаров Р.М. Проблемы совершенствования размещения сельского хозяйства региона. М., 1982.

Р.А.Борханов, Р.М.Зөфәров, Н.Һ.Хафизова

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019