Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БОЛОШЛО, Благовар р‑нындағы ауыл

Просмотров: 877

БОЛОШЛО, Благовар р‑нындағы ауыл, Болошло а/ с үҙәге. Район үҙәгенән К. 25 км һәм Благовар т. юл ст. К.‑Көнс. табан 10 км алыҫлыҡта Болашлы й. (Дим й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1423 кеше; 1920 — 1827; 1939 — 1604; 1959 — 1304; 1989 — 586; 2002 — 537; 2010 — 542 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Благовар урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Ҡырҡ-Өйлөһәм Ҫыбы‑Мең улустары башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе б‑са мишәрҙәр нигеҙ һала, 1744 й. алып билдәле. Болошлобаш исеме м‑н билдәле була. 1834 й. ш. уҡ типтәрҙәр теркәлгән. 1865 й. 125 йортта 846 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ, сабата үреү м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 мәсет булған. 1906 й. ш. уҡ татар мәктәбе, һыу тирмәне, мөгәзәй теркәлгән.

Ә.Р.Ғайсин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019