Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАРЛЫБАЕВ Хәлил Әбүбәкер улы

Просмотров: 1244

БАРЛЫБАЕВ Хәлил Әбүбәкер улы (5.1.1944, БАССР‑ҙың Баймаҡ районы Йомаш а. — 18.3.2020, Мәскәү ҡ., тыуған яғында ерләнгән), иҡтисадсы. Иҡтисад (1992) һәм философия (2011) фәндәре докторы, профессор (1994). БР‑ҙың атҡаҙанған иҡтисадсыһы (1993). МДУ‑ны тамамлаған (1972). 1976 й. алып (өҙөклөк менән) БДУ‑ла эшләгән: уҡытыусы, 1995—99 йй. проректор. 1990 й. башлап БССР МС‑ының бүлек мөдире, 1992 й. — БР‑ҙың Мөлкәт фонды, 1994—99 йй. — БР‑ҙың Дәүләт милке менән идара итеү дәүләт комитеты рәйесе, 2004 й. алып РФ Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһы уҡытыусыһы.

Фәнни хеҙмәттәре йәмғиәттә социаль‑иҡтисади хеҙмәт формаларын өйрәнеүгә, Башҡортостандың иҡтисади ҡеүәтен нығытыуҙың теоретик һәм хоҡуҡи нигеҙҙәрен эшләүгә, тотороҡло үҫеш, глобалләштеү, философик антропология, тарих, социаль философия проблемаларын тикшереүгә арналған. БР‑ҙың банк һәм бюджет системаларының эш итеү, дәүләт милкен хосусилаштырыу һәм уның менән идара итеү буйынса закон акттарын төҙөү инициаторы. Рәсәй шахмат федерацияһының ревизия комиссияһы рәйесе (2003). РФ Дәүләт Думаһының 3‑сө саҡырылыш депутаты.

Хеҙм.: Общая теория глобализации и устойчивого развития. М., 2003; Судьба народа в руках каждого из нас. Уфа, 2003; Экономика Башкортостана. 3‑е изд., перераб. и доп. Уфа, 2007.

С.М.Шакирова

Тәрж. М.Н.Моратшина

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 21.10.2021
Связанные темы рубрикатора: