Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УЛУС СХОДЫ

Просмотров: 1189

УЛУС СХОДЫ, Рәсәйҙә улустарҙағы крәҫтиәндәр идараһының бойороҡ биргән органы (ҡара: Урындағы үҙидара). 1861 й. 19 февр. “Крепостной бойондороҡлоҡтан сыҡҡан крәҫтиәндәр тураһында дөйөм положение”ға ярашлы (тәүҙә 1797 й. — удел крәҫтиәндәре, 1838 й. дәүләт крәҫтиәндәре м‑н идара итеү өсөн индерелгән) Крәҫтиән реформаһы ваҡытында крәҫтиәндәрҙең барлыҡ категориялары өсөн раҫлана. У.с. составына һайлап ҡуйылған ауыл һәм улус етәкселәре (улус старшинаһы, ауыл старосталары, старшина һәм староста ярҙамсылары, һалым йыйыусылар, улус идараһы заседателдәре, улус суды судьялары) һәм крәҫтиәндәр (10 йорттан 1 кеше) ингән. 1 ауылдан торған улустарҙа У.с. ауыл сходы м‑н алмаштырылған. У.с. мировой аралашсыларға, 1874 й. алып крәҫтиән эштәре б‑са өйәҙ присутствиеларына (ҡара: Крәҫтиән эштәре буйынса губерна присутствиелары), 1889 й. — земство участкаһы нач. буйһонған. Старшина һәм тауыш бирергә хоҡуҡлы крәҫтиәндәрҙең кәмендә 2/3 өлөшө ҡатнашһа, У.с. ҡарары законлы тип иҫәпләнгән. У.с. адм.‑хужалыҡ (һайлауҙар, ауыл һәм улус етәкселәре, улус суды судьялары эшмәкәрлеген күҙәтеү, өйәҙ земство йыйылыштарына гласныйҙар һәм Дәүләт думаһына крәҫтиәндәрҙән депутаттар һайлау съездары өсөн ауыл йәмәғәтселеге вәкилдәрен һайлау, хәрби йөкләмәләрҙе бүлеп биреү, улус ерҙәрен бүлеү, улусты төҙөкләндереү, йәмәғәт күҙәтеүе өлкәһендә саралар уҙғарыу, улус училищеһы, мәктәптәре асыу һ.б.), фискаль (улус һалымдарының, донъяуи бурыс, йыйымдарҙың тәғәйенләнеше һәм бүленеше һ.б.) бурыстарын үтәгән.

Ырымбур губернаһында һәм Өфө губернаһында У.с. 1866 й. 18 мартындағы указға ярашлы индерелә. Мировой аралашсыларға, 1877 й. башлап крәҫтиән эштәре б‑са өйәҙ присутствиеларына (1877 й. 6 июнендәге “Әстерхан, Ырымбур һәм Өфө губерналарында мировой аралашсы вазифаһын бөтөрөү тураһында” указына ярашлы), 1894 й. алып земство участкаһы нач. (1894 й. 6 июнендәге “Әстерхан, Олонец, Ырымбур һәм Өфө губерналарында крәҫтиән һәм суд учреждениеларын үҙгәртеү хаҡында 1889 й. 12 июлендәге закон положениеларын ғәмәлгә индереү тураһында” указына ярашлы) буйһонған. “Башҡорттар тураһында положение” һәм 1865 й. 2 июлендәге “Башҡорттарҙы хәрби идаранан граждандар ведомствоһына күсереү тураһында” законына ярашлы улус (йорт) сходтары ойошторолған. Улус (йорт) сходтары составына һайлап ҡуйылған ауыл һәм улус етәкселәре, башҡорт, мишәр, типтәрҙәрҙән (25 өйҙән 1 вәкил) вәкилдәр ингән. Сходтарҙа ауыл һәм улус етәкселәре һайланған һәм уларҙың, ш. иҫ. ялланма хеҙм‑рҙәрҙең, улус суды судьяларының, эшмәкәрлеге тикшерелгән; ерҙәрҙең тәғәйенләнешен, улус һалымдарын, донъяуи йыйым һәм бурыстарҙы, ш. иҫ. хәрби йөкләмәне, билдәләү; мохтаж кешеләргә йәмәғәт запасынан пособиелар, улусты төҙөкләндереүгә, ш. иҫ. тирмән, баҙар төҙөүгә, аҡса бүлеү; яңы ағзалар ҡабул итеү; улус мәктәбе һәм училищелары асыу; мөгәзәйҙәр төҙөү һәм уларҙың торошон тикшереү; йәмәғәт күҙәтеүе өлкәһендә саралар уҙғарыу (мохтаждарға, етемдәргә, ҡарттарға ярҙам итеү); юғары инстанцияларға үтенес, ялыуҙар ебәреүҙе ойоштороу кеүек мәсьәләләр ҡаралған. О.с. төп бурыстары 1917 й. улус земстволарына, артабан улус башҡарма ком‑ттарына күскән.

Әҙәб.: Улус идараһы мәҡ. ҡарағыҙ.

Р.И.Ҡантимерова, М.И.Роднов

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019