Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГОЛИЦЫН Владимир Васильевич

Просмотров: 1275

ГОЛИЦЫН Владимир Васильевич (9.7.1878, Волынск губернаһы — 1945 й. һуң, Австралия), Аҡтар хәрәкәте эшмәкәре. Рус армияһы генерал‑лейтенанты (1919). Дворяндарҙан. Ҡытайҙағы 1899—1901 йй. Ихэтуань ихтилалын баҫтырыуҙа, 1904—05 йй. рус-япон һуғышында, Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. Александр хәрби училищеһын (Мәскәү ҡ., 1897) тамамлаған. 1894 й. алып рус армияһында. 1916 й. —1917 й. февралендә 15‑се Себер пехота полкы командиры, 1917 й. апреленән Көньяҡ-Көнбайыш фронт штабы, июлдән — Юғары баш командующий ставкаһы, 1918 й. башында Ирекле армия командующийы эргәһендә махсус эштәр буйынса генерал. 1918 й. июленән 7‑се Урал тау уҡсылары дивизияһы начальнигы, декабрь аҙағынан 3‑сө Урал тау уҡсылары корпусы командиры. 1919 й. Урал ғәскәрҙәре төркөмө командующийы (май—июнь), Юғары баш командующий А.В.Колчак штабы эргәһендә ирекле ҡораллы көстәр инспекторы. 1920 й. алып Ҡытайҙа, 1945 й. башлап Австралияла йәшәй. 4‑се дәрәжә Изге Георгий (1919), 4‑се дәрәжә (1908) ҡылыслы һәм бантлы (1915) Изге Владимир, 2‑се дәрәжә (1905), 3‑сө дәрәжә ҡылыслы һәм бантлы (1904) һәм 4‑се дәрәжә Изге Анна, 2‑се (1905) һәм 3‑сө (1903) дәрәжә Изге Станислав ордендары менән бүләкләнгән.

И.Ф.Плотников

Тәрж. Д.К.Үзбәков


Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 09.03.2023
Связанные статьи: