Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТЕРПЕБАШ

Просмотров: 670

ТЕРПЕБАШ (Sparganium), терпебаш һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған һыу йәки һаҙлыҡ үҫемлектәре заты. Яҡынса 20 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә, Австралияла һәм Яңы Зеландияла таралған. Башҡортостанда 3 төрө — ҡалҡҡан Т., кесе Т., тура Т. үҫә. Тамырһабаҡлы, төҙ, һирәк осраҡта йөҙөүсән һабаҡтары булған күп йыллыҡ үлән, оҙонлоғо 5—60 см. Япрағы оҙонса, ҡыяҡлы, яҫы йәки 3 ҡырлы, еңсә формаһында, сиратлы. Сәскәһе ваҡ, күркһеҙ, 3—6 өлөштән торған ярылы сәскә эргәлеге бар. Сәскәлеге — башаҡтарға йәки һеперткеләргә йыйылған тығыҙ бер енесле шар формаһындағы тумалаҡ (аҫҡыһы — инә, өҫкөһө — ата). Июнь—июлдә сәскә ата. Емеше — ҡоро төшлө емеш, август—сентябрҙә өлгөрә. Т. һыу ятҡылыҡтары ярҙарында, һаҙлыҡтарҙа, йылғаларҙың һай урындарында һ.б. ерҙәрҙә үҫә, республиканың бөтә территорияһында таралған. Йофар, йылға ҡондоҙо, ондатра һәм һыу ҡоштары өсөн аҙыҡ булып тора.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 06.04.2023