Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХАЛЫҠТЫҢ ТӘБИҒИ АРТЫУЫ

Просмотров: 983

ХАЛЫҠТЫҢ ТӘБИҒИ АРТЫУЫ, халыҡ һанының ғәмәли үҙгәреше, арауыҡта (халыҡ миграцияһы) һәм соц. үҙгәреше нигеҙендә кешеләр быуынының даими яңырыу һәм алмашыныу процесы — йәмғиәтте яңыртып етештереүҙә төп процестарҙың береһе. Һәр бер тарихи осор өсөн демографик процестарҙы билдәләгән үҙ соц.механизмдары хас. Тотороҡло сифат характеристикалары б-са халыҡтың юғары тыуымы һәм үлеме м-н баһаланған Х.т.а. традицион тибы, түбән тыуым һәм үлем хас булған Х.т.а. хәҙ. тибы айырыла. Һәр бер типтың сигендә Х.т.а. бер нисә режимы бар: әгәр тыуым үлемдән күберәк булһа — киңәйтелгән, әгәр тыуым м-н үлем тигеҙләнһә — ябай, әгәр үлем тыуымдан күберәк булһа, Х.т.а. тарайтылған режимы индерелә. Халыҡ һанының үҫешен ҡапыл тиҙләтеү (демографик шартлау), даими халыҡтың һанын һаҡлау өсөн һәр бер ҡатынға табырға кәрәк булған (ябай Х.т.а. “хаҡы”) балалар һанының кәмеүе Х.т.а. традицион тибын хәҙ. тибына алмаштырыуға (демографик күсеү) алып килә. Х.т.а. төп күрһәткестәре булып халыҡтың тәбиғи үҫеше, тәбиғи үҫеш коэф., йәшәү көсө индексы (Покровской индексы), депо­пуляция коэф.тора.Шулай уҡ быуындар алмашыныуының махсус күрһәткестәре бар: Х.т.а. брутто­һәм нетто-коэф., улар һәр бер енес өсөн айырым иҫәпләнә, әммә күп осраҡта ҡатын- ҡыҙҙарҙың тәбиғи артыу коэф. ҡулланыла. Брутто-коэф. репродуктив осор (15 йәштән 49 йәшкә тиклем) эсендә бер ҡатын тапҡан ҡыҙ балаларҙың уртаса һанынан тора, тыуымдың интенсивлығын күрһәтә. Нетто-коэф. әсә быуынының ҡыҙ быуыны м-н алмашыныу күрһәткесенән ғибәрәт, ҡыҙҙарҙың бала тапҡандағы әсә йәшенә етмәйенсә үлеп китеүен иҫәпкә ала. Шулай уҡ бер ҡатын йәшәү осоронда тап­ҡан балаларҙың уртаса һанынан торған дөйөм тыуым коэф. файҙаланыла.

19 б. 2-се ярт. Башҡортостандың демографик хәле Х.т.а. традицион тибы м-н билдәләнә. Юғары никахлылыҡ кимәленә һәм тыуымды көйләү юҡлығына ҡарамаҫтан, халыҡтың ярлылығы киңәйтелгән Х.т.а. өсөн етерлек булған балалар һанын һаҡларға һәм үҫтерергә мөмкинлек бирмәй, шуға күрә быуындар алмашыныуының уртаса режимы һаҡлана: нетто-коэф. 1,4—1,5 тәшкил итә; дөйөм тыуым коэф.— 7,5 бала, ш. иҫ. 3,9 ир һәм 3,6 ҡыҙ бала, шуларҙан 1,9 ир һәм 1,8 ҡыҙ бала 15 йәшкә тиклем, 1 ир һәм 1 ҡатын репродуктив осор аҙағына тиклем етә. 19 б. аҙ. — 20 б. башында Рәсәйҙең индустриаль үҫешкән һәм урбанизацияланған төбәктәренән бер аҙ ҡалышып, Х.т.а. хәҙ. тибына демографик күсеү башлана. Демографик күсеү демографик шартлауһыҙ үтә; был Башҡортостан Республикаһының соц.-иҡт. һәм тарихи үҫеш үҙенсәлектәренә бәйле була.

60-сы йй. аҙағында аҙ балалы ғаилә моделе барлыҡҡа килә, никахҡа инеүҙең әһәмиәте кәмей; дөйөм тыуым коэф. 2 бала тәшкил итә, икеһе лә 15 йәшкә тиклем (уртаса ихтималлыҡ 95%-тан ашыу), 91% ҡатын һәм 66% ир репродуктив осор аҙағына тиклем етә. 70-се йй. Х.т.а. хәҙ. тибы формалаша, киңәйтелгән режим тарайтылған режимға күсә, был режим ябай быуындар алмашыныуын тәьмин итмәй. Нетто-коэф. 0,961-гә тиклем кәмей, 2000 йй. бер аҙ үҫә; ата-әсәләргә алмашҡа килеүсе балалар һаны 20—30%-ҡа аҙыраҡ була. Оҙаҡҡа һаҡланған Х.т.а. тарайтылған режимы халыҡ һанының тәбиғи кәмеүенә һәм ҡыҫҡарыуына килтерә. Барлыҡҡа килгән шарттарҙа Х.т.а. төп сығанаҡтарының береһе булып миграция тора, сөнки тыуым кимәле ябай Х.т.а. тәьмин итмәй. 2005 й. дөйөм тыуым коэф. 1,36 тәшкил итә; 1,4-кә тиклем тирбәлеү ихтималлығы була; 2010 й. — 1,77; ш. иҫ. ҡала халҡы — 1,59; ауыл халҡы — 2,14.

Р.М.Сафиуллина

Тәрж. А.Н.Күсеев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019