Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГЕОГРАФИЯ БУЙЫНСА БЕЛЕМ БИРЕҮ

Просмотров: 832

ГЕОГРАФИЯ БУЙЫНСА БЕЛЕМ БИРЕҮ, география өлкәһендә урта һәм юғары квалификациялы белгестәр әҙерләү системаһы. Башҡортостанда география фәнен уҡытыу 19 б. башында проф. уҡыу йорттарында (ҡара: Урта профессиональ белем) башлана. География уҡытыусыларын әҙерләү 1909 й. Уҡытыусылар институтында башлана, унда 1917 й. тәбиғәт-география төркөмө ойошторола, 1919 й. алып — биология-география циклы, 1924 й. башлап — тәбиғәт белеме бүлеге. 1931 й. К.А.Тимирязев исемендәге Педагогия институты эргәһендә география бүлеге булған Киске ин‑т асыла, 1934 й. Пед. ин‑тында география ф‑ты ойошторола (беренсе деканы Х.Х.Зәйни). Унда дөйөм, өҫтәмә һәм проф. белем бирелә. Геогр. б‑са дөйөм белем башланғыс кластар өсөн — тәбиғәтте, урта кластарҙа — дөйөм физик географияны, ҡитғалар һәм океандарҙың физик географияһын, ә юғары кластарҙа Рәсәйҙең физик һәм иҡт. географияһын, донъяның иҡтисади һәм социаль географияһын өйрәнеүгә ҡайтып ҡала. Географик белем биреүҙә төбәк компоненты булып Башҡортостандың физик һәм иҡт. географияһы иҫәпләнә. БАССР‑ҙа баҫылып сыҡҡан 12 дәреслек араһында “Башҡортостан географияһы” (“География Башкирии”; төҙөүсеһе О.Миронова, Өфө, 1926) тәүгеләрҙән була. Рәсәйҙең физик географияһы дәреслеге (В.П.Сухов, М., 1987) 1987 й. Бөтә Союз конкурсында иң яҡшыһы тип табыла һәм урта мәктәптәргә тәҡдим ителә.

Өҫтәмә белем фәнни түңәрәктәрҙә һәм йәмғиәттәрҙә, йәш туристар һәм натуралистар станцияларында, экология лагерҙарында бирелә. Өҫтәмә геогр. белемде үҫтереүҙә Туризм, тыуған яҡты өйрәнеү һәм экскурсиялар үҙәге, Респ. балалар экология-биология үҙәге (Өфө) тос өлөш индерә. Г.б.б.б. системаһында биогеография, демография нигеҙҙәре м‑н халыҡ географияһы, тупраҡ ғилеме м‑н тупраҡ географияһы, гидрология, картография, ландшафты өйрәнеү ғилеме, метеорология һәм климатология, география фәненең теорияһы һәм методологияһы, топография, ҡитғаларҙың һәм океандарҙың физик географияһы, донъяның һәм Рәсәйҙең иҡт. һәм ижт. географияһы һ.б. фәндәр өйрәнелә. Проф. белемде Башҡорт дәүләт университетында, Педагогия университетында, Мәскәү гуманитар университетының һәм БДПУ‑ның Стәрлетамаҡ филиалдарында, Стәрлетамаҡ педагогия колледжында алырға мөмкин. Ярҙамсы белем БДАУ‑ҙа, ӨДАТУ‑ла, ӨДИСА‑ла, ӨДНТУ‑ла, ш. уҡ респ. күпселек техникум һәм колледждарында бирелә. Мәғарифты үҫтереү институтында география уҡытыусыларының белемен камиллаштырыу һәм үҫтереү курстары 30‑сы йй. алып эшләп килә. Фәнни һәм пед. эш өсөн белгестәр геоэкология, физик география, геофизика һәм ландшафтар геохимияһы, иҡт., соц. һәм сәйәси география һөнәрҙәре б‑са БДУ һәм БДПУ аспирантураларында әҙерләнә. Башҡортостанда Г.б.б.б. үҫешенә Ш.С.Абзанов, В.А.Балков, З.З.Вәлиев, М.Х.Вәлиев, Г.В.Вахрушев, Ә.М.Гәрәев, Г.Н.Заплатина, И.П.Кадильников, Е.И.Кадильникова, И.К.Кудряшов, Ф.Ә.Мәҡсүтов, М.Д.Маслов, А.К.Носков, В.П.Сухов, Д.Г.Ожиганов, А.В.Псәнчин, А.П.Рождественский, Р.Ғ.Сафиуллин, А.В.Сиднев, Х.Я.Тахаев, М.Ф.Хисмәтов, А.А.Цветаев, И.М.Япаров ҙур өлөш индерә.

Р.А.Фәтҡуллин

Тәрж. И.М.Япаров

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019