Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГРИПП

Просмотров: 1148

ГРИПП (франц. grippe), киҫкен вирус ауырыуы. Кешелә Г. тыуҙырғыс – РНК-лы Mixovirus influenza вирусы, түбән т‑раға бирешмәй, ультрафиолет нурҙар, антисептик саралар тәьҫир иткәндә үлә. Тыуҙырғыстың бер нисә серотибы асыҡланған. Ауырыу һауа аша йоға. Инкубация осоро 12—48 сәғәт тәшкил итә. Төп симптомдары: тән т‑раһының 38—400С тиклем күтәрелеүе, мускулдар һәм быуындар ауыртыу, баш әйләнеү, тымаулау, өшөп ҡалтыраныу, тамаҡ ҡымырйыуы, тирләү, хәлһеҙлек, ҡоро йүтәл һ.б. Диагностика өсөн эпидемиологик анамнез (ауырыуҙар м-н контакт, ауырыуҙарҙың киҫкен күбәйеүе һ.б.), клиник картина һәм лаб. тикшереү мәғлүмәттәре ҡулланыла. Дауалау медикаментоз (грипҡа ҡаршы гамма-глобулин, вирусҡа ҡаршы, тән т‑раһын төшөрөүсе дарыуҙар, витаминдар һ.б.), физиотерапия (ингаляция, УФ-нурланыш һ.б.). Ихтимал булған өҙлөгөүҙәр: менингит, миокардит, пневмония, синусит һ.б. Ауырыуҙы иҫкәртеү өсөн вакцинация үткәрелә, организмды сыныҡтырыу, ауырыуҙарҙы изоляциялау, вирусҡа ҡаршы һәм иммунитетты көсәйтеүсе препараттар һ.б. тәҡдим ителә. Башҡортостанда һәр 2—3 йыл һайын Г. эпидемиялары күҙәтелә; 100 мең кешегә 2006 й. — 128,9; 2008 — 36,6; 2010 й. — 0,2 ауырыусы теркәлгән. 20 б. 40—50‑се йй. Н.И.Мельников етәкс. Өфө вакциналар һәм сывороткалар ҒТИ‑нда (ҡара: “Иммунопрепарат”) Г. эпидемиологияһын тикшереү үткәрелгән: эпидемиялар араһында бүленеп сыҡҡан вирус штамдары өйрәнелгән (М.М.Барац, М.З.Ғөбәйҙуллина, Г.Н.Любимова-Скворцова, В.Н.Марков-Осоргин, В.А.Стригин һ.б.); 60—80-се йй. Ф.Г.Исупов етәкс. Г. вирусының специфик антигендары өйрәнелгән; липид иретмәләре тәьҫирендә вирус өлөшсәләренең тарҡалыу кинетикаһы үҙенсәлектәре асыҡланған (А.И.Васяев, М.А.Пушкарёв, Г.Н.Старухина һ.б.); хроматография ярҙамында вирус антигендары бүленгән; рибонуклеопротеид антиген алынған һәм уны диагностикала файҙаланыу нигеҙләнгән (Васяев, П.А.Егоров, Пушкарёв); инактивацияланған адсорбцияланған грипп химик вакцинаһы эшләнгән (Л.Ф.Бердникова, Васяев, Егоров, Пушкарёв), ул 1977 й. — ололар, 1985 й. балалар өсөн етештерелә башлай, грипҡа ҡаршы гамма‑глобулин (Егоров, Р.Л.Туймедова һ.б.) эшләнгән; лейкоцитар интерферон камиллаштырылған; вирус гемагглютинины стандарты эшләнгән (Ә.Б.Аҡсурина, В.Ф.Кулагин, Старухина һ.б.); 1997 й. гриппол вакцинаһын күпләп етештереү технологияһы эшләнгән. Респ. санитар‑эпидемиологик станцияһында Н.А.Катыковская етәкс. Г. һәм парагриптың вирустарын асыҡлау һәм идентификациялау б-са тикшеренеүҙәр үткәрелгән. 90‑сы йй. башынан Медицина университетында Г. иҫкәртеү һәм дауалау б‑са фәнни тикшеренеүҙәр алып барыла (Д.Ә.Вәлишин, А.П.Мамон, Д.Х.Хунафина һ.б.). Шулай уҡ ҡара: Вирусология, Киҫкен респиратор ауырыуҙар.

Д.Х.Хунафина

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: