Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АДАПТАЦИЯ

Просмотров: 1212

АДАПТАЦИЯ (урта быуат лат. аdaptatio — яраҡлашыу), тышҡы мөхиттең билдәле бер шарттарына яраҡлашыу процесы. Хайуандарҙа А. өс төп вариантта бара: уңайһыҙ шарттарҙан китеү (миграция); анабиоз хәленә күсеү — йәшәйеш процестары әүҙемлегенең киҫкен кәмеүе (имеҙеүселәрҙең ҡышҡы йоҡоһо); билдәле бер шарттарҙа йәшәү өсөн яраҡлашыу барлыҡҡа килеү (һөтимәрҙәрҙең йөн япмаһы һәм тире аҫтындағы майы, сүллек хайуандарының һыуҙы һаҡсыл файҙаланыуы һ.б.). Үҫемлектәрҙә А. 2 вариантта булыуы мөмкин: уңайһыҙ осорҙарҙа йәшәйеш процесының интенсивлығы кәмеү (япраҡ ҡойоу, вегетатив ағзаларҙың, орлоҡтарҙың һәм спораларҙың тупраҡта ҡышлауы), тышҡы мөхит факторҙарына сыҙамлылыҡ артыу (һыуыҡҡа, тоҙға сыҙамлылыҡ һ.б.).

Кешегә яңы экологик йәшәү шарттарына А. һәм соц. А. хас. БР шарттарында үҫемлектәр өсөн ҡоролоҡҡа, кеше һәм хайуандар өсөн тирә‑яҡ мөхитте бысратыуға А. айырыуса мөһим. Башҡорт дәүләт университетында үҫемлектәрҙең ҡоролоҡҡа А. (З.Ф.Рахманҡолова, И.Й.Усманов), кешенең экстремаль шарттарҙағы эшкә психологик А. [тәрән һыу аҫтына сумыу ваҡытында (Г.А.Әминев, В.В.Трускалов), ҡотҡарыу эштәрендә (Э.Г.Әминев, К.Р.Игбаев)] б‑са тикшеренеүҙәр алып барыла. Медицина университетында һәм Өфө юридик институтында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар һәм пенитенциар учреждение эшселәре А. (С.А.Башкатов, Р.Ғ.Вәлинуров, В.П.Сафронов) һәм кешеләрҙең ҙур сәнәғәт ҡалаларында экотоксикант тәьҫиренә А. (Л.М.Камаева, В.В.Лапиков) проблемалары өйрәнелә.

Б.М.Миркин

Тәрж. М.Н.Моратшина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019