Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АБРАМОВА Лариса Михайловна

Просмотров: 1705

АБРАМОВА Лариса Михайловна (14.9.1957, БАССР‑ҙың Маҡар районы Мебельный ҡсб, хәҙер БР‑ҙың Стәрлетамаҡ районы Бельский а.), геоботаник. Биология фәндәре докторы (2005), профессор (2008), РФ‑тың (2018) һәм БР-ҙың (2013) атҡаҙанған фән эшмәкәре. БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1979) шунда уҡ эшләй (1988 й. алып өлкән ғилми хеҙмәткәр). 2002 й. алып Көньяҡ Урал Ботаника баҡса‑институтында лаборатория мөдире, 2019 й. — баш ғилми хеҙмәткәр. Фәнни эшмәкәрлеге үҫемлектәрҙең юғалып барыусы һәм һирәк төрҙәренең биологик күп төрлөлөгөн өйрәнеүгә һәм һаҡлауға, төбәк флораһының һәм үҫемлектәренең антропоген трансформацияһы проблемаларына, декоратив, дарыу һәм тәмләткес‑хуш еҫле үҫемлектәр интродукцияһына арналған. А. ҡый үләндәренең 200‑ҙән ашыу үтеп инеү сығанағын асыҡлаған, экосистемаларҙа уларҙың һанын һәм таралыуын контролдә тотоу ысулдарын эшләгән.

   Хеҙм.: Ясенец голостолбиковый в Башкортостане: биология, структура популяций, интродукция, охрана. Уфа, 2014 (соавт.); Конспект адвентивных видов растений Республики Башкортостан. Уфа, 2017 (соавт.); Флора и растительность города Стерлитамака: современное состояние и особенности рационального использования. Уфа, 2017 (соавт.).

Тәрж. Г.А.Миһранова

Ф.К.Мортазина
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 26.11.2021