Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАШҠОРТОСТАН АВТОВОКЗАЛДАР ҺӘМ ПАССАЖИРҘАР АВТОСТАНЦИЯЛАРЫ ПРОИЗВОДСТВО БЕРЕКМӘҺЕ

Просмотров: 1242

БАШҠОРТОСТАН АВТОВОКЗАЛДАР ҺӘМ ПАССАЖИРҘАР АВТОСТАНЦИЯЛАРЫ ПРОИЗВОДСТВО БЕРЕКМӘҺЕ, Башавтотранс ДУП‑ы филиалы. Ҡала яны, ҡала‑ара, төбәк-ара бәйләнештәрҙә пассажирҙар йөрөткән. Өфө ҡ. урынлашҡан. Составына 19 автовокзал, 43 автостанция, БР‑ҙың ҡала һәм торама пункттарында 4 касса пункты ингән. 2010 й. 652 кеше эшләгән.

 1977 й. 5 автовокзал һәм 12 автостанция базаһында Өфө автовокзалдар һәм пассажир автостанциялары ПБ булараҡ нигеҙ һалына, 1993 й. алып “Башавтотранс”тың бүлендек предприятиеһы, 2004 й. башлап ДУП, 2012 й. ябыла.

Тәрж. Р.Х.Сәғитов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.04.2023
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: