ДӘҮЕШ, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл
ДӘҮЕШ, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл, Ҡортлокүл а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 47 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К. табан 93 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 529 кеше; 1920 — 539; 1939 — 621; 1959 — 432; 1989 — 230; 2002 — 238; 2010 — 210 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәсет бар.
Ауылға 1799—1807 йй. араһында Бөрө өйәҙе Һунлар улусында өйәҙ начальнигы күрһәтмәһе б‑са ш. уҡ өйәҙҙең Боғҙан, Көндәшле, Үрге Ҡарыш аа. (хәҙ. бөтәһе лә — Балтас р‑ны), Ишмәмәт (хәҙ. Борай р‑ны), Мерәсем, Яугилде аа. мишәрҙәре нигеҙ һала (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1744 й. тиклем йәки 1765 й.). Һуңыраҡ (яҡынса 19 б. башында) бында типтәрҙәр күсеп ултырған. 1865 й. 44 йортта 337 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. ш. уҡ бакалея кибете теркәлгән.
Ә.З.Әсфәндиәров
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов