Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АСҠАРОВА Йәүриә Насип ҡыҙы

Просмотров: 728

АСҠАРОВА Йәүриә Насип ҡыҙы (15.4.1927, Стәрлетамаҡ ҡ. — 6.4.2011, Өфө ҡ.), гигиенист. Медицина фәндәре докторы (1970), профессор (1971). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1977). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1949) 2000 й. тиклем шунда уҡ эшләй: 1967—92 йй. дөйөм гигиена кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1974—82 йй. санитария-гигиена факультеты деканы. Фәнни тикшеренеүҙәре республиканың химия, нефтехимия һ.б. предприятие эшселәренең хеҙмәт шарттарын һәм һаулығын, эндемик ауырыуҙарҙың (анемия, боғаҡ, теш кариесы) этиологияһын өйрәнеүгә һәм республика территорияларында уларҙың таралыу зоналарын асыҡлауға һ.б. арналған. А. ауыр металдарҙың (баҡыр, ҡурғаш) һәм марганецтың эндемик боғаҡ ауырыуын барлыҡҡа килтереү тәьҫирен өйрәнә, уны иҫкәртеү сараларын эшләй; 43 органик бысратҡыс буйынса гигиена нормативтарын билдәләй.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.02.2024