Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПРАВОСЛАВИЕ РУХАНИҘАРЫ

Просмотров: 1354

ПРАВОСЛАВИЕ РУХАНИҘАРЫ, православиела дини йолаларҙы һәм хеҙмәттәрҙе проф. нигеҙҙә үткәреү м‑н шөғөлләнгән һәм иерархиялы корпорацияларға ойошҡан йола башҡарыу хеҙм‑рҙәре (руханиҙар һәм сиркәү хеҙм‑рҙәре). Улар ҡара (монах тормошо м‑н йәшәйҙәр; ҡара: монахлыҡ) һәм аҡ (мәхәлләлә хеҙмәт итәләр, “донъялыҡта” көн итеүселәр) руханиҙарға бүленә. Руханиҙар хиротония (рухани санына бағышлау йолаһы) аша “алла бәрәкәте”нә эйә була һәм Алла м‑н кеше араһында аралашсыға әүерелә, тип һанала; улар үҙ аллы дин хеҙмәттәре, йолалар, хөрәфәттәр башҡарырға хоҡуҡлы. Сиркәү иерархияһында изге булыуҙың 3 дәрәжәһе бар: юғары (тик монахлыҡта) – архиерей (патриарх, экзарх, митрополит, архиепископ, епископ, викар епископ); уртансы – священник (протоиерей, протопресвитер, иерей; монахлыҡта — архимандрит, игумен, иеромонах); түбәнге — дьякон (протодьякон; монахлыҡта — архидьякон, иеродьякон). Сиркәү хеҙм‑рҙәре (причетниктар): ҡарала – монах, послушник; мәхәллә руханиҙарында —иподьякон, псаломсы, сиркәү йырсыһы һәм ҡысҡырып уҡыусыһы, пономарь. Уларҙың дәрәжәләре юҡ, вазифаға епископ тарафынан тәғәйенләнә, йола хеҙмәттәрен әҙерләүҙә һәм башҡарыуҙа ярҙамлашыу бурысын үтәй. Башҡортостанда П.р. 16 б. аҙ. тәүге сиркәүҙәр һәм монастырҙар асылғандан һуң барлыҡҡа килә. Өфө епархияһы ойошторолғанға тиклем Урыҫ православие сиркәүенең Ҡазан (Урал буйы өлөшө) һәм Тубыл (Урал аръяғы өлөшө) епископтарына буйһонған. Урындарҙа власты — поп старосталары, 1721 й. алып дини идарасылар бойомға ашырған. Ҡара руханиҙар монастырь хужалығы иҫәбенә йәшәгән, секулярлаштырыуҙан һуң аҡсалата түләү бирелгән. 16 б. аҙ. – 18 б. ул башлыса ябай монах тормошо м‑н йәшәгән ир‑егет һәм ҡатын‑ҡыҙҙарҙан тора (2 тиҫтәнән артыҡ түгел). Ауылдарҙағы һәм ҡалаларҙағы күпселек руханиҙарҙың матди тәьминәтенең нигеҙен башҡорттарҙың аҫаба ерҙәре ҡуртымы, ш. уҡ урындағы власть биргән ерҙәр һәм мәхәлләселәрҙең треба өсөн түләүҙәре тәшкил иткән. Аҡ руханиҙар һанының артыуы Ырымбур сик һыҙығы ҡәлғәләрендә яңы мәхәлләләр асылыу иҫәбенә барған, сиркәү вазифаларын, ғәҙәттә, руханиҙарҙың, дьякондар һәм причетниктарҙың балалары биләгән. 1860 йй. 2‑се ярт. православиеға башҡа диндән күсеүселәр өсөн мәхәлләләргә руханиҙар һәм дьякондар әҙерләү башлана, ул Н.И.Ильминский системаһы б‑са тормошҡа ашырыла. Улар дини училищеларҙа, сиркәү‑мәхәллә мәктәптәрендә оҙаҡ йылдар уҡытҡандан һуң йәки Өфөләге дини семинарияны, Ырымбур дини семинарияһын һәм миссионерлыҡ курстарын (ҡара: Дини белем биреү) тамамлағандан һуң сан алған. 1876 й. Өфө епархияһында 815 рухани һәм сиркәү хеҙм‑ре була: 2 игумен, 7 протоиерей, 215 иерей, 94 дья‑ кон, 224 псаломсы, 43 штаттан тыш рухани; 23 монах, 11 монахиня, 44 послушник, 152 послушница. 1917 й. 18 протоиерей, 519 иерей, 171 дьякон, 387 псаломсы; 100‑гә яҡын монах, 400 монахиня, 200 послушник, 1660 послушница була. 1920—30‑сы йй. П.р. һаны ҡапыл кәмей, дини сығыш һәм санға эйә булыу йыш ҡына сәйәси репрессиялар өсөн нигеҙ була. 1938 й. 800‑гә яҡын кеше репрессиялана. 1945 й. Өфө епархияһының П.р. 23 рухани м‑н 2 дьякондан; 1948 й. — 47 рухани, 8 дьякон, 30 псаломсынан тора, шуларҙың 33‑ө — ҡала, 7‑һе — ҡасаба, 45‑е ауыл ҡорамында хеҙмәт итә. 1945—50 йй. епархияла “йөрөп эшләүсе” руханиҙар институты эшләй, улар теркәлмәгән мәхәлләләрҙе хеҙмәтләндерә. 90‑сы йй. алып П.р. һа‑ ны арта, 2002 й. аҙ. 179 кеше иҫәпләнә, 2011 й. аҙ. — 247 кеше. П.р. араһында Августин, Андрей, Антоний III, В.Ф.Владиславлев, Дионисий I, Евграф, Евпраксия, П.П.Желателев, Зосима II, Иларион, Иоанн I, Иоанн (Гордеев), Иов, Иустин, Мефодий, Михаил, Моисей, Никанор, Симон, Таврион, Филарета, А.Ф.Юртов билдәлелек яулайҙар.

Әҙәб.: К о н ю ч е н к о А.И. Приходское духовенство Оренбургской епархии во 2‑й половине ХIХ — начале ХХ вв. //Исторические чтения: материалы науч. конф. Челябинск, 1996; С е р г е е в Ю.Н. Православное духовенство Южного Урала: очерки истории духовного сословия (вторая половина XVI—XVIII вв.). Уфа, 2004; С е р г е е в Ю.Н., А б д у л о в Н.Т. Уфимская епархия в 1943—1964 гг.: очерки истории государственно‑церковных отношений. Уфа, 2000.

Н.П.Зимина, Ю.Н.Сергеев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: