Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МОНАХЛЫҠ

Просмотров: 1153

МОНАХЛЫҠ (гр. monachoјs — яңғыҙ, айырым йәшәүсе), теге йәки был дингә үтә бирелеп, үҙ ихтыяры м‑н донъяуи ығы‑зығынан ваз кискән һәм үҙҙәрен дини аскетизм, никахһыҙлыҡ, туғанлыҡ һәм соц. бәйләнештәрҙе өҙөүҙе нәҙер иткән кешеләрҙең община тормошо. М. б.э.т. 1‑се мең йыллыҡ уртаһында буддизмда, 3—4 бб. араһында христианлыҡта барлыҡҡа килә (протестантлыҡта юҡ). Рустә 11 б. тарала. М. диндарҙар тарафынан христиан тормошоноң өлгөһө итеп ҡабул ителә (бөйөк кенәздәр һәм батшалар үлер алдынан М. ҡабул иткән). М. араһынан Урыҫ православие сиркәүенең юғары етәкселеге — епископат формалаша (ҡара: Православие руханиҙары). Башҡортостанда монахтар 16 б. 70‑се йй. 2‑се яртыһында Өфө Сергий ир-егеттәр монастырында барлыҡҡа килә. 16—18 бб. аҙ. М. күбеһенсә ябай монахлыҡ иткәндәрҙән тора. 18 б. 60‑сы йй. башында Көньяҡ Уралда штаттағы ҡара руханиҙар һаны 20‑нән ашыу була. М. ҡабул иткәндәр араһында — Августин, Амвросий I, Амвросий II, Анатолий, Андрей, Антоний I, Антоний II, Антоний III, Дионисий I, Дионисий II, Михей, Моисей, Никанор, Никон I, Никон II, Нифонт, Симон.

Әҙәб.: С е р г е е в Ю.Н. Православное духовенство Южного Урала: очерки истории духовного сословия (вторая половина XVI— XVIII вв.). Уфа, 2004.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019