Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГИДРОМЕТЕОРОЛОГИЯ ХЕҘМӘТЕ

Просмотров: 1162

ГИДРОМЕТЕОРОЛОГИЯ ХЕҘМӘТЕ, халыҡ хужалығын метеорология, климатология, гидрология өлкәһендәге мәғлүмәттәр һәм прогноздар менән тәьмин итә. Г.х. бурыстары: РФ территорияһы, сит илдәр һәм Донъя океаны акваторияһы буйынса гидрометеорологик мәғлүмәт туплау, дөйөмләштереү, анализлау һәм таратыу; шулай уҡ һауа торошо, климат һәм гидрологик процестарға тәьҫир итеү алымдарын эшләү һәм индереү; атмосфера һауаһының, ҡоро ер, диңгеҙ һәм океан һыуҙарының химик составын өйрәнеү; метеорология һәм климатология буйынса ғилми тикшеренеүҙәрҙе координациялау. Күҙәтеүҙәр метеорология, гидрология станцияларында һәм постарында үткәрелә. Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы буйынса федераль хеҙмәт (Росгидромет) етәкселек итә.

  1780 й. С.Ребелинский тарафынан Башҡортостанда тәүге тапҡыр һауа күренештәрен күҙәтеү башлана, 19 б. 30‑сы йй. А.О.Боссе күҙәтеүҙәр алып бара. 1835—50 йй. метеорология мәғлүмәттәре К.С.Веселовский һәм В.М.Черемшанский хеҙмәттәрендә дөйөмләштерелә. 1875 й. Өфө губерна земствоһы Өфө губернаһының метеорология станцияһы селтәрен ойоштора. Инструменттар ярҙамында тәүге күҙәтеүҙәр 1877 й. Өфө ҡ. Ағиҙел й. һыу үлсәү посы асылғандан һуң башлана, 1901 й. Минзәлә һәм Бәләбәй ауыл хужалығы мәктәптәрендә, Өфө, Бөрө ҡҡ. һ.б. алып барыла. 1913 й. Өфө губерна Г.х. метеобюронан һәм 22 метеостанциянан (Граждандар һуғышы йылдарында 6‑ға тиклем кәмей) тора.

  1921 й. Өфө губерна ер бүлеге метеорология селтәрен тергеҙә: 1923 й. БАССР‑ҙың Игенселек ХК эргәһендә метеобюро (1930 й. алып БАССР ХКС‑ы эргәһендәге гидрометеобюро) ойошторола; 1933 й. — БАССР‑ҙың Гидрометеорология хеҙмәте идаралығы (1989 й. башлап Башҡортостан гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы), уның составына Гидрометеорология үҙәге, Тирә-яҡ мөхит мониторингы үҙәге (икеһе лә — Өфө ҡ.), үлсәү саралары һәм мәғлүмәттәр тапшырыуҙың автоматлаштырылған системаһы хеҙмәте, 27 метеостанция (шуларҙың 1‑еһе аэрология, 4‑еһе гидрология станцияһы), 54 гидрология посы, 5 ҡалала урынлашҡан 26 ингредиент буйынса атмосфера һауаһы бысраныуын күҙәтеү станцияһы, ҡар ҡатламы максималь тупланған осорҙа 7 компонент буйынса 10 күҙәтеү станцияһы, 11 күрһәткес буйынса яуым‑төшөмдөң химик составын билдәләүсе 3 яуым‑төшөмдөң кислоталылығын (рH) оператив контролдә тотоу станцияһы, 53 һыу объекттарын мониторингылау створы инә (2022). Үҙәк составына атмосфера бысраныуын мониторингылау, ҡоро ер өҫтө һыуҙарының бысраныуын мониторингылау, физик‑химик анализ ысулдары лабораториялары, мәғлүмәт бүлеге инә. 2002 й. алып БР‑ҙың Гидрометеорология хеҙмәте тарихы музейы эшләй. Фәнни тикшеренеүҙәр һәм күҙәтеүҙәр һөҙөмтәләре республика территорияларын агроклимат буйынса районлаштырыуҙа (ҡара: Агроклиматология), һыу кадастрын, йылғаларҙың экология паспорттарын төҙөгәндә һ.б. ҡулланыла. Г.х. менән Г.П.Киселёв, М.Н.Корхов, Я.В.Кургузов, В.В.Лапиков, К.И.Михеев, Г.А.Никульшина, А.А.Пацков һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

В.В.Лапиков

Тәрж. И.М.Япаров

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 20.03.2023