Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДУНИТ

Просмотров: 1254

ДУНИТ (Яңы Зеландиялағы Дун тауы исеменән), интрузив ультраһелтеле тау тоҡомо. Акцессор хром-шпинелид ҡушымталары булған юғары магнезиаль оливиндан, һирәгерәк магнетиттан, ильмениттан тора. Структураһы ваҡ һәм уртаса бөртөклө, текстураһы массив. Төҫө ҡара йәки ҡуйы йәшел. Д. перидотиттар, пироксениттар менән әкренләп күсешеүгә бәйле; йыш ҡына серпентинлашҡан. Йыйырсыҡлы өлкәләрҙәге Д.-гарц-бургит һәм Д.-пироксенит-габбро комплекстары составында, ҡатламланған интрузиялар платформаларында таралған. Д. ятҡылыҡтары менән хромит, аҡ алтын, никель, тальк, хризотил-асбест ятҡылыҡтары бәйле. Утҡа сыҙамлы материалдар етештереүҙә ҡулланыла. БР‑ҙа Йылайыр синклинорийында (Ҡыраҡа массивындағы ультраһелтеле тау тоҡомдарында) һәм Магнитогорск мегасинклинорийында (Миндәк, Нәрәле һ.б. массивтарҙа) таралған. Уларға хромит (Оло Башарт, Бөрйән районы), тальк (Кирәбе) һәм хризотил‑асбест (Ураҙ; икеһе лә Учалы районында) ятҡылыҡтары бәйле.

  Х е ҙ м.: З а в а р и ц к и й А.Н. Изверженные горные породы. М., 1961; Магматические горные породы. В 6 т. Т.5. М., 1983.

А.А.Алексеев

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 24.11.2022