Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЙЫЛАЙЫР СИНКЛИНОРИЙЫ

Просмотров: 1994

ЙЫЛАЙЫР СИНКЛИНОРИЙЫ, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының эре синморф тектоник структураһы. Субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Төньяҡ‑көнбайышта Башҡорт мегантиклинорийы, көнсығышта Уралтау зонаһы менән сиктәш, көньяҡ‑көнбайышта Урал алды бөгөлөнә асыла. Оҙонлоғо 300 км, киңлеге 50 км тиклем. Арҡыры киҫелешендә Й.с. ялғаш төҙөлөшлө, ҡанаттары йыйырсыҡтар һәм ҡаплау шыуҙырмалары (иң ҙуры — Покров ҡаплау шыуҙырмаһы) менән ҡатмарланған. Йыйырсыҡтары тар, ҡыҫылған, үҙәк өлөшөндә — һөҙәк, көнбайыш ҡанатында күбеһенсә көнбайышҡа, көнсығышында көнсығышҡа түңкәрелгән. Й.с. үҙәк өлөшөнә ордовик, силур һәм девондың ултырма һәм өлөшләтә вулканоген тоҡомдарынан, Ҡыраҡа массивының ультраһелтеле тау тоҡомдарынан торған Ҡыраҡа тектоник комплексы тура килә. Көньяҡ өлөшөндә шундай уҡ төҙөлөшлө Һаҡмар зонаһы урынлашҡан. Й.с. ядроһы йылайыр свитаһының ҡалынлығы 3000 м ашыу булған флиш ултырма тоҡомдарынан, көнбайыш ҡанаты — шельф (терриген‑карбонатлы), көнсығыш ҡанаты батиаль (терриген-кремнезёмлы) ултырмаларҙан тора. Й.с. Шығай (Белорет районы), Оло Башарт (Бөрйән районы) һ.б. ваҡ хром мәғдәне ятҡылыҡтары; Йылайыр һәм бер нисә ваҡ, күбеһенсә эшкәртелеп бөткән марганец мәғдәне сығанаҡтары; Йылайыр, Оло Шыр (Йылайыр районы) һ.б. һибелмә алтын ятҡылыҡтары билдәле.

В.Н.Пучков

Тәрж. И.М.Япаров

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 07.12.2022
Связанные темы рубрикатора: