Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВАСИЛЬЕВ Леонид Михайлович

Просмотров: 312

ВАСИЛЬЕВ Леонид Михайлович (14.6.1926, Псков губ. Красино а. — 2.9.2015, Өфө), тел белгесе. БР ФА‑ның почётлы акад. (2002), филол. ф. д‑ры (1972), проф. (1974). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1977), СССР‑ҙың мәғариф отличнигы (1970), РФ‑тың почётлы проф. белем биреү хеҙм‑ре (2001). А.И.Герцен ис. Ленинград пед. ин‑тын тамамлаған (1952). 1955 й. алып Тубыл пед. ин‑тында уҡыта, 1958 й. башлап БДУ‑ла эшләй (1974—90 йй. дөйөм һәм сағыштырма-тарихи тел ғилеме каф. мөдире). Фәнни тикшеренеүҙәре дөйөм тел ғилеме, лингв. философия һәм семантика проблемаларына, телдең төрлө кимәлдәрендә ҡулланылған системалылыҡ, структурлыҡ һәм тамғалыҡтың методологик мәсьәләләренә, славян телдәрен сағыштырма-тарихи, сағыштырма өйрәнеүгә арналған. В. хәҙ. урыҫ теле материалында семантик категорияларҙың типологияһын эшләй. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Системный семантический словарь русского языка. Предикатная лексика. Т. 1. Уфа, 2005; Теоретические проблемы общей лингвистики, славистики, русистики. Уфа, 2006; Современная лингвистическая семантика. 2‑е изд., доп. М., 2009.

В.Л.Ибраһимова

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 16.09.2021
Шәхестәр:
0