Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БҮРЕ МУЙЫЛЫ

Просмотров: 752

БҮРЕ МУЙЫЛЫ (Rhamnus), эт муйылы һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 150 төрө билдәле, ике ярымшарҙың да уртаса, субтропик һәм тропик бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда эскитәргес Б.м. үҫә. Күп тармаҡлы ҡыуаҡ йәки 2—5 м бейеклектәге ағас, ике өйлө үҫемлек. Ботағы сәнскеле. Япрағы ябай, эллипс формаһынан алып түңәрәккә тиклем, сите ваҡ киртләсле-бысҡы тешле, ҡараһыу йәшел төҫтә, ҡапма-ҡаршы теҙелешле, емешле ботаҡтарҙа шәлкемгә йыйылғандар. Сәскәһе һарғылт йәшел, 4 ағзалы, ваҡ, япраҡ шәлкеме ҡуйынында урынлашҡан. Май—июндә сәскә ата. Емеше ҡара төҫтә, һутлы, төшлө (ғәҙәттә 3—4 төшлө), август—сентябрҙә өлгөрә. Һыубаҫар туғайҙа, киң япраҡлы урман ситендә, уба битләүҙәрендә үҫә; республиканың бөтә территорияһында таралған. Дарыу үҫемлеге, медицинала емеше ҡулланыла. Баллы һәм декоратив үҫемлек. Ҡайыры, үҙағасы һәм емеше төрлө төҫтәге буяуҙар алыу өсөн ҡулланыла ала.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 06.04.2023