Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒӘЛИЕВА Ләлә Нәүфәл ҡыҙы

Просмотров: 1506

ҒӘЛИЕВА Ләлә Нәүфәл ҡыҙы (25.8.1961, Өфө ҡ. — 13.12.2020, шунда уҡ), рәссам. Рәссамдар союзы ағзаһы (1993). ӨДСИ‑не тамамлаған (1983; педагогы М.А.Назаров). Рәсем сәнғәте, графика, скульптура өлкәһендә эшләй. Ғ. тыуҙырған образдар еңелсә ирония менән һуғарылған, йыш ҡына гротеск стиленә (“Кеше башҡалар кеүек”, 1981; “Казанова”, 1992), халыҡ сәнғәтенә һәм артыҡ ябайлыҡҡа (“Анемон”, 1991; “Наполеон”, 1995) тартым. “Экспромттар” графика миниатюраларының 5 серияһы (1982—85) һәм “Силенциум” альманахы өсөн иллюстрациялары (1990-сы йй.; бөтәһе лә — тушь, ҡанат) виртуоз башҡарылыуы менән айырылып тора. 1989 й. алып юғары температурала яндырыу, төҫ биреү, ыҫлау файҙаланып әүәләү техникаһында эшләгән (“Аҡһөйәктәр йыйыны”, “Мәҙәк кешеләр”, икеһе лә — 1993—2000, авторҙың фарфор массаһы, глазурь; “Метафизик” сериялары, 1999 й. алып, шамот, эмаль). “Март” (1991; ҡара: Художество төркөмдәре һәм берекмәләре) ижади төркөмө ағзаһы була. 1980 й. башлап күргәҙмәләрҙә ҡатнашҡан. 1994 й. алып Белорет, Бөрө, Өфө, Екатеринбург, Мәскәү, шулай уҡ Галле (Германия), Денизли (Төркиә), Рига ҡҡ. 20‑гә яҡын шәхси күргәҙмәһе үткән. Эштәре БДХМ-да, “Мираҫ”, “Урал” галереяларында (ҡара: Һынлы сәнғәт галереялары), шулай уҡ Рәсәйҙәге һәм сит илдәрҙәге башҡа галереяларында  шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана. Л.Шестов исемендәге премия лауреаты (Санкт-Петербург ҡ., 1991).

Әҙәб.: Профессиональное декоративно-прикладное искусство Башкортостана: кат. 2-й респ. выст. /авт.-сост. С.В.Игнатенко. Уфа, 2002.

Ә.Ш.Насретдинова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 21.10.2021
Связанные темы рубрикатора: