Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГИМНАЗИЯ №3

Просмотров: 1573

ГИМНАЗИЯ №3. 1860 й. Өфөлә 1‑се разряд Ырымбур ҡыҙ балалар уч‑щеһы булараҡ асыла, 1865 й. алып Мариин ҡыҙ балалар гимназияһы. 1919 й. үҙгәртелеп, башланғыс кластарҙан 1‑се һанлы 1‑се баҫҡыс мәктәп, өлкән кластарҙан 1‑се һанлы 2‑се баҫҡыс мәктәп ойошторола; 1920 й. улар 1‑се һанлы 1‑се һәм 2‑се баҫҡыс мәктәпкә (Беренсе совет мәктәбе) берләштерелә, 1932 й. башлап 1‑се фабрика-завод туғыҙ йыллыҡ мәктәбе, 1934 й. — 3‑сө урта мәктәп (респ. тәүге урта мәктәп), 1992 й. — 3‑сө мәктәп-гимназия, 1998 й. хәҙ. статусын ала; 1937 й. алып М.Горький исемен йөрөтә. Мәктәп музейы бар. Уҡыу йорто м‑н Л.Л.Васильев, В.Ф.Евлампиева һ.б. эшмәкәрлеге бәйле. Уҡыу йортон 11 меңгә яҡын кеше тамамлаған (2011), улар араһында — Л.П.Атанова, В.Ә.Байков, С.А.Башкатов, Р.Ғ.Болғаҡов, Л.Ш.Дубинский, С.В.Егорышев, А.Е.Ерошин, И.М.Заһиҙуллин, Ш.З.Заһиҙуллин, Л.В.Казанская, А.А.Книсс, В.Г.Крымский, О.Ә.Ҡайбышев, Д.Н.Лазарева, Е.А.Морозкина, Г.А.Мөбәрәкова, Ғ.М.Мөхәмәтова, Э.А.Мухачёва, Н.Ғ.Сабитов, Р.Н.Сабитов, Н.Б.Сонькин, А.В.Тотманова, Р.М.Шакиров, Ф.Б.Шкундина, Н.Ә.Әмирханова, Ф.Д.Әхмәрова, А.Ә.Әхмәтшин, В.М.Янбарисов; бында ш. уҡ И.И.Пстыго уҡыған. Гимназия бинаһы (1898 й. төҙөлгән; архитекторы П.П.Рудавский) — архитектура ҡомартҡыһы. Халыҡтар дуҫлығы орд. м‑н бүләкләнгән (1986). Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында мәктәптә Киев, Ленинград, Мәскәүҙән эвакуацияланған балалар уҡый. Г. №3 бинаһында Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған мәктәпте тамамлаусыларға арналған мемориал (1975) урынлашҡан; ихатаһында М.Горькийға һәйкәл ҡуйылған.

Әҙәб.: Мариинка. Уфимской гимназии №3 — 140 лет. Уфа, 2000.

Ә.М.Кириллова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: