ДҮРТӨЙЛӨ УРТА МӘКТӘБЕ №1
473
ДҮРТӨЙЛӨ УРТА МӘКТӘБЕ №1. 1930 й. крәҫтиән йәштәре мәктәбе булараҡ нигеҙ һалына, 1934 й. алып тулы булмаған урта мәктәп, 1936 й. хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. Токарлыҡслесарлыҡ һәм тегеү оҫтаханалары, 2 спорт залы, мәктәп тарихы музейы бар. Урта мәктәпте 5,5 меңдән ашыу кеше тамамлаған (2011), улар араһында Ү.Ғ.Ғосманов, З.Н.Имамов, З.Ф.Кәримов, В.С.Мирзаянов, Ә.Н.Фәхретдинов, Э.Әғзәми; бында ш. уҡ Ф.Й.Ҡудашева уҡыған. Мәктәп бинаһына Ҡудашеваға һәм Фәхретдиновҡа мемориаль таҡтаташтар ҡуйылған (2000).
Ә.Ә.Баянова
Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Энциклопедиялар: