Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“ВЕЛИКАЯ РОССИЯ”, гәзит

Просмотров: 1201

“ВЕЛИКАЯ РОССИЯ” (“Бөйөк Рәсәй”), ижтимағи‑сәйәси гәзит. 11‑се Урал уҡсылар дивизияһының 41‑се Урал уҡсылар полкы, 1919 й. апреленән алып Көнбайыш армия штабы, май айынан Көнсығыш Рәсәй мәҙәни-ағартыу йәмғиәте органы. 1919 й. 21 мартынан 20 майына тиклем Өфө ҡ. урыҫ телендә (бөтәһе 54 һан) сыға. Гәзит биттәрендә совет власына ҡаршы мәҡәләләр, Рус армияһының Юғары баш командующийы А.В.Колчактың бойороҡтары, ҡарарҙары һ.б. баҫыла. Мөхәррирҙәре: В.Зенин, А.Сидоров.  

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 01.08.2023