ЕРГИН Юрий Викторович
ЕРГИН Юрий Викторович (16.6.1940, Мәскәү ҡ.), журналист, физик. Физика‑математика фәндәре кандидаты (1966). БР‑ҙың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2017), РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2002). Журналистар союзы ағзаһы (2009). БДУ‑ны тамамлаған (1962), 1965 й. алып шунда уҡ эшләй (1976—88 йй. дөйөм физика кафедраһы мөдире). Башҡортостандың мәғариф һәм фән тарихы буйынса китаптар һәм мәҡәләләр авторы. Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2009). Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнгән (2021).
Хеҙм.: Магнитные свойства и структура растворов электролитов. М., 1983; Уфимский физический институт (1919—1937). 2‑е изд., доп. Уфа, 2006; У истоков университетского образования: очерки о предыстории Башкирского государственного университета. 2‑е изд., доп. Уфа, 2009.
Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов