Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КОТОВ Михаил Иванович

Просмотров: 1227

КОТОВ Михаил Иванович (9.11.1896, Воронеж губернаһы Задонск ҡ. — 25.8.1978, Киев ҡ.), геоботаник. Биология фәндәре докторы (1940), профессор (1943). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1967). Харьков университетын тамамлаған (1922). Фәнни эшмәкәрлеге Кавказ аръяғының, Себерҙең, Уралдың, РФ‑тың башҡа төбәктәренең һәм Украинаның флораһын һәм үҫемлектәр донъяһын өйрәнеүгә арналған. Б.В. һуғышы йылдарында Башҡортостанда эшләй, дарыу үҫемлектәрен өйрәнә, республика территорияһында 9 ботаник‑географик районды айырып күрһәтә. “Башҡорт АССР‑ының үҫемлектәр белешмәһе” (“Определитель растений Башкирской АССР”; 1966) китабы авторҙарының береһе һәм баш мөхәррире. Сталин премияһы (1951), Украина ССР‑ының Дәүләт премияһы (1969) лауреаты.

 Х е ҙ м.: Лекарственные растения Башкирской АССР //Фармация. 1943. №5; Растительность Башкирского Предуралья //Ботанический журнал. 1963. Т.48. №10; Ботанико‑географический очерк и районирование БАССР// Определитель растений Башкирской АССР. М.; Л.,1966.

Е.В.Кучеров

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 27.04.2023